Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте 18.11.2015

Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында үткән сара эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң сағыу вәкилдәрен йыйҙы. Еңеүселәр 11 номинация буйынса билдәләнде.

Алла Кузьмина, Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе: «Быйылғы йылдың үҙенсәлеге яңы йүнәлешәтрҙең күпләп  тәҡдим ителеүендә. Төрлө тренингтар, тиҙ уҡыу курстары, бизнес мәктәптәр ойоштороусы ҡатын-ҡыҙҙар күп. Конкурсанттар араһында шулай уҡ  етештереү сәнәғәте  менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Йылдан-йыл бәйгелә  яңы исемдәр асыҡланыуы, уға иғтибарҙың кәмемәүе шатландыра».
Йәмғиәттә лидер ҡатын-ҡыҙҙың урынын, уның төрлө эшмәкәрлек өлкәләренә индергән өлөшөн билдәләү бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Быйыл конкурста ҡатнашырға теләк белдереп 16 ғариза килгән. Ун бер кеше һайлап алыу турын үтеп, финалға сыҡҡан. Еңеүселәр иһә артабан үҙ көстәрен   Мәскәү ҡалаһында федераль кимәлдә һынап ҡараясаҡ .
Рима Көлбаева, «Аҡ тирмән» комплексы етәксеһе: «Беҙ талҡан етештереү менән шөғөлләнәбеҙ. Бик яратып алалар, тимәк сифат тейешле кимәлдә. Яңы ғына Астанаға хәләл күргәҙмәгә барып, алтын миҙал алып ҡайттыҡ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика