Өфөлә асылған «Йәнлектәр илселеге» зоопаркында биш ҡитғаһының хайуандар донъяһы менән танышырға мөмкин

Өфөлә асылған «Йәнлектәр илселеге» зоопаркында  биш ҡитғаһының хайуандар донъяһы менән танышырға мөмкин 07.08.2015

Бәләкәй генә майҙан эсендә төрлө континенттарҙа йәшәүсе йән эйәләре урынлаштырылған. Йәйге каникул ваҡытында унда балалары менән килеүсе ғаиләләр ҙә етәрлек.

Таш йорттарҙа йәшәгән ҡала балалары өсөн әтәс ҡысҡырыуы ла, төҫлө тауис ҡош ҡойроҡтары ла, таҙалыҡ һәм тәртип яратыусы янутты күҙәтеү ҙә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.  
Ә был муҡсалы йән эйәләренең тыуған иле Австралия. Нюша исемле көнгөрә урман илселегендә донъяға килә. Ул тыуғанда ни бары бер сантиметр ярым ғына була .Әсәһенең муҡсаһында һөт имә-имә ҙурайып китһә лә, яҡынынан бер тотам да ҡалмаҫҡа тырыша. Бер йәшлек көнгөрә балаһы һөт менән туҡлана.
Был залда бер-нисә көнгә  үрмәкселәр коллекцияһы урынлаштырылған. Бында күрһәтелгән ун биштән ашыу үрмәкселәр ҙурлығы, сағыу төҫтә булыуы менән айырым иғтибарға лайыҡ. Улар ағыулы булғас, тотоп ҡарарға  рөхсәт ителмәй. Уларҙың хужаһы Роман үҫмер сағында был имәнес йән эйәләренән ҡурҡҡан, әммә ул  арахнофобияны еңеп сығырға үҙендә көс тапҡан.
Роман Дрозденко, үрмәксе үрсетеүсе: «Был минең иң тәүге үрмәксем. Ул ныҡ бәләкәй ине.Ошонда ике йыл эсендә үҫеп, матур формаға керҙе. Уның тыуған иле Бразилия, ул бик әүҙем, махсус террариумда ғына үрсетелергә тейеш. Улар тере ҡарышлауыҡтар менән туҡлана. Үрмәксенең аш һеңдереү системаһы ситтә. Башта дошманына шыйыҡса ағыуын ебәреп, һуңынан ғына уны һурып туҡлана».
Ҡала халҡы араһында үрмәксе үрсетергә теләүселәр артҡандан-арта. Иң бәләкәйенең хаҡы- йөҙ һум тирәһе, өлкәндәре уртаса биш меңдән ашыу. Үрмәкселәрҙең өңдәрен әленән-әле дымландырып торорға кәрәк.Шулай иткәндә улар оҙаҡ йәшәйәсәк. Улар бындай террариумдан сыҡҡан осраҡта ла мөйөшкә боҫасаҡ, ти, белгестәр. Имәнес йән эйәләре балалар һәм ата-әсәләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Көндәлек тормошта һирәк осрай торған йәнлек-ҡоштарҙы, бөжәктәрҙе менән үҙ күҙҙәре менән тамаша ҡылып, уларҙың тормошон күҙәтеүсе балалар үҙҙәре лә хуш күңелле, иғтибарлы булып китә, ти, ата-әсәләр. «Йәнлектәр илселегенән» балалар һәм үҫмерҙәр тере йән эйәләренең холоҡ-фиғелдәрен өйрәнеп, хистәргә байып ҡайта.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика