Өфөлә ағастарҙың һары һыу бактерияһы менән ауырыуы күҙәтелә 18.09.2014

Ошоға бәйле,  был көндәрҙә баш ҡала парктарында  уларҙы киҫеү башланды.

«Ҡара исемлек»кә тәүгеләрҙән булып Григорий Рутто исемендәге скверҙа үҫкән ярты гектар ҡайын индерелгән. Бер нисә көн дауамында бында хеҙмәткәрҙәр санитар киҫеү ойошторасаҡ. Йығылған ағастарҙы улар ситкә сығарып яндырасаҡ. Һары һыу бактерияһын белгестәр ағастар өсөн яман шеш ауырыуы тип билдәләй. Ҡурҡыныс сир Өфөнөң башҡа парктарында ла күҙәтелә. Әммә халыҡҡа борсолорға урын юҡ. Сөнки ҡырҡылған ағастар урынына йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика