Өфө халыҡ-ара аэропортында самолеттар өсөн икенсе осоу-ултырыу һыҙаты эшләй башланы 07.08.2014

Ул «Боинг», «Руслан», «Аэробус» һымаҡ ҙур лайнерҙарҙы ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.

Ә элек файҙаланылған һыҙат иһә төҙөкләндереү башланыу сәбәпле әлегә ҡулланылмай. Бында перронды нығытыу, өҫтәмә самолет туҡталҡаһы булдырыу ҡаралған. Шулай уҡ аэропорт биләмәһендә халыҡ-ара терминалды яңыртыу эше лә бара. Тапшырылғандан һуң аэропорттың пассажирҙар үткәреү һәләте 4 тапҡырға артыр тип көтөлә.
Вячеслав Шульга, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары: «Әле аэропорт халыҡ-ара рейстар буйынса сәғәтенә 200, эске рейстарға 400 кешене үткәрә ала, төҙөкләндереү был күрһәткесте яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш пассажирҙар хәүефһелеген дә яңы кимәлгә сығарасаҡбыҙ».
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Волга буйы  федераль  округында  алдынғылыҡты  тота. Сығымдар, ә улар 3 миллиард һумдан ашыу, федераль бюджеттан ҡаплана. Эштәрҙең төп өлөшө 2015 йылға, ШОС һәм БРИК саммитарына башҡарыласаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика