Өфө-II ҡаласығында 4-5 быуаттарға ҡараған ҡул тирмәне табылды 25.07.2017

Тарихи ҡомартҡы тиҫтәләрсә быуат ер аҫтында шул килеш һаҡланыуы менән үҙенсәлекле. Өфөнөң борон-ғолоғон раҫлаған сираттағы экспонатты  күрергә халыҡ күпләп килде.

Балалар үҙҙәрен археолог һөнәрендә һынап ҡарай.   Улар баш ҡаланың тарихи урынында. Археологтарҙың боронғо әйберҙәрҙе  табыуын һәм эшкәртеүен   күҙәтеүҙән тыш, уҡыусыларҙың  үҙҙәренә лә сарала ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Балалар шулай уҡ улар IV-V быуат ҡул тирмәнен сығарыу шаһиты булды. Әллә нисә ҡат ер аҫтында ятҡан тарихи әйбергә тиҫтә быуаттан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан,  ул шул килеш һаҡланған.  

Әйткәндәй, ошоға оҡшаш әйбер 2008 йылда ла табылғайны. Ләкин ул бөгөнгөһөнән  бәләкәйерәк. Сираттағыһы яҡшы һаҡланылыуынан бигерәк, һирәк осрай торған ҡомартҡы булыуы менән дә ҡәҙерле.

Өфө-II ҡаласығында быйыл табылған тарихи әйберҙән шулай уҡ балсыҡтан яһалған көршәк тә айырым урын биләй. Ул үҙенең ике тотҡалы булыуы менән үҙенсәлекле. Белгестәр уның ситтән килтерелеүен билдәләй. Хазар ҡағанатыныҡы, Византияныҡы булыуы ихтимал. Ә инде тарихи әйбергә яҡын көндәрҙә шулай уҡ ғалимдар асыҡлыҡ индерәсәк.

Өфө-II ҡаласығы I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV - XVI быуаттарға тиклем һаҡланған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Өфө йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт-Башкирти тип атала. Йыл да археологик ҡаҙыныуҙар барышында төрлө үҙенсәлекле әйберҙәр табыла. Һәр ҡайһыһы ҙур тарих һаҡлай.

Ошо көндәрҙә табылған таш ҡул тирмәне башҡорт милли көнкүреше  тарихына үҙ өлөшөн индерҙе тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки аҫаба халыҡта борондан ҡул тирмәне киң ҡулланышта булыуы билдәле. Уны ағастан ғына түгел, таштан, ваҡытында ҡомташтан да эшләгәндәр. Бындай тирмәндәрҙе хәҙер музейҙа ғына осратып була. Ә инде әлеге артефакт яңы тарихи дәлилдәргә юл асты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика