Өфөгә күпер

Өфөгә күпер 04.05.2016

28 апрелдә Германияның Штутгарт ҡалаһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Циммерманфильм» киностудияһы менән берлектә төшөрөлгән документаль фильмдың исем туйы уҙғарылды.

«Өфөгә күпер» - Германияның Баден-Вюртемберг ерендәге дуҫлыҡ ойошмаһы шулай тип атала. Ошо йылдар эсендә ул үҙ-ара мөнәсәбәттәр генә булдырып ҡалманы, ә мөһим гуманитар һәм мәғариф мәсьәләләре буйынса ла байтаҡ уңыштарға өлгәште. Фильмды төшөрөү сиктәрендә 2011 йылда Штутгарт ҡалаһынан студент-медиктар Башҡортостанға тәүге тапҡыр килә. Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының дауаханаларында, реабилитация үҙәктәрендә, балалар баҡсаларында, махсус интернаттарҙа һәм башҡа социаль ойошмаларҙа  фәһемле осрашыуҙар менән бергә конференциялар үткәрелде, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
2013 йылдың октябрендә Юнесконың Париждағы штаб-квартираһында Башҡортостандың халыҡ-ара презентацияһы киң билдәлек яулай. Шунда проекттың координаторы  Штутгарт ҡалаһының музыка һәм актер оҫталығы институты профессоры Герди Собек республика менән Баден-Вюртемберг ере араһындағы хеҙмәттәшлектең бик тә уңышлы тәжрибәһе тураһында телмәр тота. Әйтергә кәрәк, ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән кеше ҡатнашҡан биш тиҫтәнән артыҡ проект тормошҡа ашырылған.
2014 йылда Европаның күп кенә илдәрендә Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың йөҙ йыллығын киң билдәләнде. Был ваҡиға «Циммерманфильм» киностудияһын да битараф ҡалдырманы. Юнеско эштәре буйынса Башҡортостан комитеты ярҙамында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә махсус фильм төшөрөлә. Уның бер-нисә киноверсияһы барлыҡҡа килде.Ун өсөн  бөгөн интернатта ҡарау мөмкинлеге бар.
2015 йылдың декабрендә Башҡортостан юлдаш каналында «Мы и есть диалог» тип аталған документаль фильмдың презентацияһы булды. Әйткәндәй, ул һигеҙ йыл дауамында төшөрөлә. Германияла  берлектә төшөрөлгән проектты йылы ҡабул иттеләр. Ижади эш мәғариф ойошмаларныда, социаль селтәрҙәрҙә, кинофестивалдәрҙә үҙенең лайыҡлы урынын аласаҡ.
Төрлө заманда ла кешеләр бер-береһенә тартылған, арлашҡан, дуҫлашҡан, тыныс тормошҡа ынтылған. Башҡортостан менән Германия араһындағы ижади хеҙмәттәлек киләсәктә лә дауам итәсәк. Тормошҡа ашыраһы, тамашасыға еткерәһе уй-ниәттәр һәм проекттар алда әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика