Өфөгә бөтә Рәсәйҙән криминалистар килде

Өфөгә бөтә  Рәсәйҙән  криминалистар килде 14.08.2014

Сәбәп республикала енәйәт эштәренең артыуында түгел, киреһенсә, Башҡортостанда эксперт-криминалистика эше яҡшы ойошторолған.  Эске эштәр министрлығының был подразделениеһы вәкилдәре семинарға йыйылды. Бынан тыш, республиканың криминалистика хеҙмәте быйыл үҙенең 95 йыллығын билдәләй.

Лупа, микроскоп, бумала һәм бирсәткә. Был криминалистарҙың  төп хеҙмәт ҡоралы. Ләкин технология йылдам үҫешкән заманда кәрәк-яраҡтар ҙа иҫкерә бара. Эксперттарға ярҙамға компьютер технологиялары, тикшереү һөҙөмтәләрен тиҙ арала асыҡлаусы ҡорамалдар килә. Өфөлә үткән семинарҙың маҡсаты ла юғары технологиялар үҙләштереү һәм шул рәүешле подразделение  эшмәкәрлеген замансалаштырыу. Рәсәйҙең эксперт-криминалистика үҙәге етәксеһе Петр Гришин әйтеүенсә, енәйәтселәр ҙә көндән-көн яңы алымдар ҡуллана һәм тәфтишселәр эшен дә камиллаштырыу мөһим.
Криминалистар  ябай  кеше  күҙенә салынмаған  дәлилдәрҙе лә күрә ала. Был эштә  һөнәри тәжрибәнән тыш  тәбиғәттән бирелгән һәләт тә булырға тейеш. Башҡортостанда криминалистарҙы  Эске эштәр министрлығының  Өфө юридик институтында әҙерләйҙәр. Уларҙың ярҙамы менән енәйәтселеккә ҡаршы  көрәш  күпкә һөҙөмтәлерәк алып барыла. Енәйәт эштәренең 85 проценты эксперттар тырышлығы менән асыҡлана. Әле илдә был  подразделениела  ун  биш  меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку