Өфө эшҡыуарҙары шылтыратыусыға автоматик рәүештә мәғлүмәт ебәреүсе программа уйлап тапҡан

Өфө эшҡыуарҙары шылтыратыусыға автоматик рәүештә мәғлүмәт ебәреүсе программа уйлап тапҡан 10.01.2018

Мобиль ҡушымтаны улар үҙ эшендә ҡуллана. Йәғни, уларҙың тауары  менән ҡыҙыҡһынып шылтыратҡан клиенттар шундап уҡ смс  йәки башҡа мессенджерҙарына компания  тураһында тулы мәғлүмәт ала.

Тәүҙә эшҡыуарҙар тауар менән ҡыҙыҡһыныусыларға үҙҙәре мәғлүмәт ебәреү менән шөғөлләнгән. Ләкин үҙ-үҙеңде рекламалау күп көс һәм ваҡыт сарыф иткән. Егеттәр был миссияны башҡарыу өсөн махсус программа уйлап сығарырға була. Мобиль ҡушымта барлыҡҡа килеү менән клиенттар  кире шылтырата башлаған һәм тауар һатыу  ҙа ике тапҡырға артҡан.
Виталий Поляков, мобиль ҡушымта авторы: «Мобиль программа тәүҙәрәк смс хәбәрҙәр генә оҙата ине. Беҙ уны камиллаштырып торабыҙ. Хәҙер компания тураһындағы мәғлүмәт һәм визиткалар клиенттың социаль селтәренә лә, башҡа мессенджерҙарына ла оҙатыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика