Өфө эргәһендә Ислам дини-мәғариф үҙәге төҙөләсәк

Өфө эргәһендә Ислам дини-мәғариф үҙәге төҙөләсәк 22.10.2015

Был хаҡта бөгөн  Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин баш ҡалала үткән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла белдерҙе. Дин әһелдәре иҫәпләүенсә, террористик һәм экстремистик күренештәргә  ҡаршы халыҡҡа дөрөҫ дини белем  биреп кенә көрәшергә мөмкин. Традицион ислам тотҡан мосолман  кире ағымдарға ҡушылмаясаҡ.  Форумда ислам тәғлимәттәрен өйрәтеү менән бәйле башҡа проблемалар ҙа ҡаралды. Сара һигеҙенсе тапҡыр үтә, быйыл Өфөлә үткәне иң күләмлеһе. Унда  Төркиә, Иордания, Марокко, Ираҡ  кеүек яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән   дин әһелдәре, ғалимдар ҡатнаша.

Илдар Фәттәхов  Өфөләге ислам университетында 5-се курста уҡый. Егет тиҫтерҙәре кеүек иҡтисадсы йәки юрист булыу хаҡында хыялланмаған,  ул мосолман ҡәрҙәштәренә дөрөҫ дини тәрбиә биреү яғында. Иманлы йәш быуын - илдең киләсәге, ти Илдар.
Төрлө төбәктәрҙән килгән дин әһелдәре лә ошо фекер яҡлы.  Ислам да яңы ҡағиҙәләр уйлап  сығарырға,   дингә һылтанып  кире  эштәр ҡылырға  кәрәкмәй. Борондан килгән тәғлимәттәр бар, уларҙы йәш быуынға таратыу ғына мөһим, ти Мордовиянан килгән мөфтөй Зәки Айзатуллин. Сөнки  күп йәштәрҙең экстремистик төркөмдәргә эләгеүе тап дини наҙанлыҡтан, белем етмәүҙән килә.
Шулай уҡ ситтән индерелгән  ҡайһы бер китаптар  йәштәрҙең зиһенен тарҡатып  аңын томалай. Белгестәр фекеренсә,  дәреслектәр менән проблеманы ла хәл итергә кәрәк. Берҙәм концепция булырға тейеш.  
Әле Сүриәлә  Игил төркөмө менән бәйле ваҡиғаларға килгәндә мосолмандарҙың фекере берҙәм.  Боҙоҡлоҡ тамырынан юҡ ителергә тейеш. Исламдың нигеҙе - тыныслыҡ.
Конференцияла  Өфө эргәһендә  Ислам дини-мәғариф үҙәген төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Унда ике мең тирәһе студент  белем алыр тип көтөлә.  Ошондай уҡ  учреждение Дағстанда ла һалынасаҡ. Мосолмандар осрашыуҙа   дини белем биреүҙең берҙәм концепцияһын  булдырыу,  йәштәр менән эшләү, ирекмәндәр хәрәкәтен йәнләндереү буйынса ла фекер алышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку