Өфө эргәһендәге баҡсасылар ширҡәтенең береһендә йәшәүселәр цивилизациянан артта ҡалған

Өфө эргәһендәге баҡсасылар ширҡәтенең береһендә йәшәүселәр цивилизациянан артта ҡалған 21.06.2017

Юл йыуылған. Йылға аша паром менән сығып булһа ла,  унда ла уңайлыҡтар насар. Баҡса хужалары әйтеүенсә, биләмәләге яңы рәйес даими рәүештә, участокҡа тиклемге юлды яҡшыртыу өсөн аҡса йыя. Юл ниндәй хәлдә?.

Баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләнең ҡатмарлы һәм уны нисек тә хәл ителеү юлдарын эҙләү маҡсатында беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итһә лә, ширҡәткә барып етеү мөмкин түгел, тип уйлай. Сөнки урау булһа ла юл яҡшы тигән әйтем, был осраҡта, киреһенсә, булып сыҡты.
Юлдың насар булыуына, ахыры, баҡсала йәшәүселәр күнегеп тә бөткән. Тик халыҡ бына 8 ай буйы йыйылған сүп-сар өйөмөнөң сығарылмауына борсола. Тәртипһеҙлек вазифаға яңы рәйес тәғәйенләнгәндән алып башланды, ти зарлана улар.
Йыл һайын апрель баштарынан октябргә тиклем йәшәргә килгән халыҡты быйыл көтөлмәгән яңылыҡ ҡаршылай. Уларҙың коммерция булмаған баҡсасылар ширҡәте, бер ниндәй ризалыҡһыҙ күсемһеҙ  милекселәр ширҡәте тип үҙгәртелә.
Любовь Старцева, күсемһеҙ милекселәр  ширҡәтендә йәшәүсе: «Йыйылыш булманы. Ә был ерҙәрҙә бит рәсми рәүештә теркәлеп, беҙ йәшәйбеҙ. Бына күрәһегеҙме, һәр беребеҙҙән аҡса йыйыу өсөн иғландар элеп ҡуйҙылар».
Ғәҙәттә, аҡса йыйыу ҡағиҙәләре сүп-сарҙы йыйыу, юлдарҙы ипкә килтереү, бухгалтер һәм рәйестең эше, шулай уҡ биләмәнең ҡарауылсы хеҙмәте өсөн түләнергә тейеш. Тик әлеге баҡсала урындағы халыҡ фекеренсә, ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәй.
Баҡса хужаларының һорауҙарына яуапты беҙ яңы рәйес менән бәйләнешкә инеп табырға тырыштыҡ.
Әйткәндәй, мәсьәлә менән республика баҡсасылар союзы ла хәбәрҙар.
Ринат Миһранов, Рәсәй баҡсасылар союзының башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе: «Яңы үҙгәрештәргә килгәндә, закон буйынса баҡсасылар кооператив йә күсемһеҙ милекселәр ширҡәтенең береһенә инергә тейеш. Тик бында хәл икенсе. Миңә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, яңы рәйес һайлау ваҡытында тейешле кворум йыймаған».
Белгестәр әйтеүенсә, рәйес һайлауҙа баҡсасылар бөтәһе лә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Әлегә Шамил Ғәлиев кеүек баҡса яратыусылар үҙ участоктарында эшләүен дауам итә һәм баҡсаға тиклем яҡшы юл булырына өмөтләнә.





Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика