Өфө балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында йәшәүсе  Ришаттың яҡындарын эҙләү дауам итә 26.01.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  былтыр ноябрь башында Черниковка биҫтәһендә урамда ҡарауһыҙ ҡалған малай табылыуы  тураһында  яҙма күрһәткәйнек. Уның шәхесен асыҡлау һәм туғандарын эҙләү  менән хоҡуҡ һаҡсылары шөғөлләнә. Малайҙың  атаһы Дағстан кешеһе тигән фараз бар.  

Ришат  уйынсыҡтан өй төҙөй. Ул уйынға шул тиклем әүрәгән, бүлмәгә ят кешеләр инеүенә лә иғтибар итмәй. Cоциаль приютта ул өсөнсө ай йәшәй, ойошма  уның  икенсе туған йортона әйләнгән. Бында  тәрбиәләнеүсе малайҙар менән дә дуҫлашҡан. Ришатты  былтыр ноябрь башында  Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Ҡулса урамында япа-яңғыҙ төндә ҡарауһыҙ йөрөгәнендә табалар. Ул быға тиклем ҡайҙа йәшәгәнен аныҡ ҡына хәтерләмәй.
Тәүҙәрәк әсәһенең үлеүе тураһында әйтә. «Кем менән йәшәнең?» ,-тигән һорауға атайым, әсәйем, ҡустым менән ти. Фамилияһын белмәй. Исеме Ришат икәнлеген генә әйтә алған. Малайҙың аҡыл үҫеше менән психологтар, педагогтар шөғөлләнә.
Геннадий Симонов, Өфө балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты директоры: «Ришаттың туғандарын эҙләүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәтлебеҙ. Бер нисек тә табып булмаһа инде суд органдары аша уның йәшен билдәләү һәм  уға ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәрҙе эҙләйәсәкбеҙ. «Көт мине» тапшырыуына ла мөрәжәғәт итергә уйлайбыҙ».
Яңыраҡ ойошмаға  бер ҡатын шылтыратып, уның атаһы Дағстан кешеһе булырға тейеш, ул Өфө эргәһендәге баҡсаларҙа йәшәй тигән хәбәр еткерә. Был фараздың дөрөҫмө- юҡмы икәнлеген әле хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә.
Максим Родионов, Республика буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнеше бүлеге етәксеһе: «Мәғлүмәттәр буйынса  малайҙың  әсәһе һәм  ағаһы  Черниковкалағы сауҙа үҙәге эргәһендәге автомобиль йыуған урында эшләгән.   Ҡуртымға алынған  фатирҙа йәшәгәндәр, тик унда әлегә  бер кем дә юҡ».
Был хәл «Мамонт балаһына әсәй» Совет йәнһүрәтен хәтерләтеп ҡуя. Сабыйҙар яҙмыш ҡосағына ташланырға тейеш түгел. Ришатты эҙләү социаль селтәрҙәрҙә лә бара,  Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтында уның турала яҙманы биш меңдән ашыу кеше ҡараған. Социаль приютҡа ла шылтыратыусылар бар.Тик иң мөһим хәбәрҙе еткереүсе юҡ. Ришат һәм уның яҡындары тураһында  мәғлүмәт белеүселәрҙең 8 (347) 239-00-32, 8 (347) 238-65-09 телефондары буйынса шылтыратыуы һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика