Өфө Бөтә Рәсәй коммуналь техника парадына ҡушылды 28.11.2016

Октябрь проспекты буйлап төрлө хеҙмәт, ойошмаларҙың 219 машинаһы үтте. Улар араһында ҡар таҙартыу, йөк тейәү, күтәреү, ташыу техникаһы ла бар ине. Шуныһы ҡыуандыра, яңыраҡ баш ҡала ил кимәлендә ойошторолған «Иң яҡшы төҙөк ҡала» конкурсында ла икенсе урын алғайны. Ҡышҡы миҙгел ҡаршылыҡтарын да бындай ҡеүәтле техника менән еңеп сығырға була.

Ғәмил Байков та Өфөлә Бөтә Рәсәй коммуналь техника парады үтәсәген ишетеү менән ҡатнашырға ҡарар итә. Тракторсының бәхетенә ике аҙна элек кенә торлаҡ хужалығы тресы уға өр-яңы техника бүлгән була. Хәҙер ҡышҡы сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай, ең һыҙғанып эшләргә әҙермен, -тип ҡыуана ул.
Баш ҡаланың Октябрь проспектында уҙғарылған коммуналь техника парадын йөҙҙәрсә кеше күҙәтте. Күләмле сара Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы тәҡдиме менән илдең башҡа төбәктәрендә лә ойошторолдо. Һуңғы биш йылда Республика Хөкүмәте ярҙамында Өфөнөң коммуналь машиналар паркы тулыһынса яңыртылған. Заманса ҡорамалдар, механизмдар - ҡала биләмәһен тейешле кимәлдә тәртиптә торорға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, парадҡа төрлө предприятие, ойошмаларҙың ике йөҙҙән ашыу техникаһы йәлеп ителә.
Шулай уҡ парадта газ-мотор яғыулығында эшләүсе алтмыш машина үтте. Был техникалар ҡалалағы экологик хәлгә насар тәьҫир итмәүе менән отошло. Сарала янғын һүндереүселәр ҙә үҙ мөмкинлектәрен күрһәтте.
Иртә таңдан тороп, ал-ял белмәй эшләүселәр ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер булыуын белдерҙе. Үҙәк урамдан үткәндән һуң да парадта ҡатнашыусылар ҡайтыу яғына түгел, ә эшкә юлланды.
Уйлап ҡараһаң, ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өсөн ҡеүәтле техника ғына етмәй, күпме ҡул көсө лә талап ителә. Синоптиктар быйыл яуым-төшөмдөң күп булыуын билдәләй. Шуға күрә коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә тырышып эшләргә, халыҡты ҡар ҡамауын ҡотҡарырға кәрәк буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика