Өфө ҡалаһының Янғындан һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәйге каникул осоронда балалар менән  әүҙем эшләй 16.07.2015

Улар  муниципаль  һәм төрлө ойшмаларға ҡараған ял-һауыҡтырыу  лагерҙарында аңлатыу эштәре алып бара

«Черемушки» лагерында бөгөн айырыуса йәнлелек. Малай-ҡыҙҙар янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, ут сыҡҡан осраҡта үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт ала. Был хаҡта балаларға тәжрибәле белгестәр һөйләй. Елена Аполлонова, Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау  идаралығы йәмәғәт бәйләнештәре  һәм пропаганда  үҙәгенең әйҙәүсе белгесе: «Йәйге каникулдар осоронда янғын осраҡтары арта . Шуға күрә «Хәүефһеҙ йәй» программаһы сиктәрендә ял лагерҙарында методик күнекмәләр үткәрәбеҙ. Беҙҙең сығыштар уйын формаһында үтә. Үҫмерҙәр  янғын һүндереүселәрҙең кейемдәре менән таныша. Беҙ шулай уҡ ысын янғын осрағындағы кеүек хәрби уҡыуҙар үткәрәбеҙ».
Йәй айҙарында бер генә янғын осрағы бала-сағаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сыҡҡан. Балалар үҙҙәре лә янғынға ҡаршы көрәшеүсе инструкторҙар мәғлүмәтенең кәрәкле һәм мөһим икәнлеген аңлай.
Иван Голубятников, «Черемушки» лагерында ял итеүсе: «Лагерҙа йәштәштәрем менән аралашыу оҡшай. Мин бөгөн янғын хәүефһеҙлеге хаҡында тулы мәғлүмәт алдым. Тик тормошта уны ҡулланырға насип итмәһен».
Отряд вожатыйҙары ла бындай осрашыуҙарҙы хуплай.
Рафаэль Батыршин, вожатый: «Минең өсөн балаларға янғын хәүефһеҙлеге хаҡында иҫкәрмәләр биреү ҡыйын түгел.Уларға был хаҡта смена һайын һөйләйем. Янғын осрағында тәүге аҙымдар хаҡында  мәғлүмәтте һәр кем иҫендә тоторға тейеш».
Бөгөн йәйге лагерҙарҙа ял итеүсе балаларға  янғын хәүефһеҙлеге хаҡында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирелгән. Бындай мөмкинлеккә өлкәндәр ҙә,ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа етди ҡарай.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика