Өфө ҡалаһының Нуғай ауылы аша үткән тимер юлдары янында иртәле-кисле автомобиль тығындары барлыҡҡа килә 30.07.2016

Беҙҙең редакцияға был хәл менән килешмәүсе автоһәүәҫкәрҙәр мөрәжәғәт итте. Улар билдәләүенсә, киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары ла бар.

Өфө - Охлебинин маршруты буйынса йөрөүселәр Нуғай ауылы янында ҙур туҡталыш яһарға мәжбүр. Тимер юлы аша үтеүсе поездар автомобиль тығындарына сәбәп була. Сәғәтенә бында, хатта, биш поезд үткән саҡтар ҙа булғылай, ти урында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлаусылар. Ә инде ваҡытын бушҡа үткәреүселәр араһында Нуғай, Зинин ауылдарында йәшәүселәр генә түгел, Иглиндәр ҙә күп.

Көнөнә бер сәғәткә яҡын ваҡытын бушҡа уҙғарған водителдәр киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдарын да белә.

Нуғай ауылы йылдам үҫешә, тимәк, барыһын да борсоған мәсьәләгә лә етди ҡарарға кәрәк.

Былтыр бында транспорт ағымын кәметеү маҡсатында яңы юл да һалына башлай. Әлегә проекттың беренсе этабы тамамланған, өлөшләтә асфальт түшәлгән. Шулай ҙа ул автоһәүәҫкәрҙәр араһында бигүк популяр түгел. Күрәһең, бер км оҙонораҡ юлды үтеүҙе күптәр уңайһыҙ тип таба, йәки уның хаҡында бөтөнләйгә бер ни белмәй.

Ысынлап та, эргә-тирәлә юл билдәләре күренмәй. Хәйер, план буйынса уларҙы йыл аҙағына тиклем урынлаштырыу ҡаралған. Бынан тыш, тимер юлы аҫтынан үткән тоннель янында светофор ҡуйыу ҙа ниәтләнә. Был маршруттың тик еңел автомобилдәр өсөн генә тәғәйенләнеүе лә билдәле.

Урау булһа ла юл яҡшы тиҙәр ҙә бит, әммә әлегә был маршрут буйынса башлыса Нуғай ауылында йәшәүселәр генә йөрөй. Тығында  тиҫтәләгән автомобиль, ә был йүнәлештән сәғәтенә ун машина үтһә, ҙур ҡыуаныс.

Шулай ҙа ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юл билдәләре ҡуйылһа, урау юл да бер ни тиклем водителдәр араһында киң ҡуллана башларға тейеш. Әлегә бында йөҙ метрлыҡ арауыҡҡа асфальт түшәргә генә ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика