Өфө ҡалаһының Коммунистик урамындағы 7-се йортто төҙөүҙә ҡатнашыусы подрядсы ойошма эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгән

Өфө ҡалаһының Коммунистик урамындағы 7-се йортто төҙөүҙә ҡатнашыусы подрядсы  ойошма эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләмәгән 04.03.2016

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәүсе бер төркөм йәштәр объектта  ике айҙан ашыу бушҡа эшләгән.

Былтыр декабрҙә Ҡырмыҫҡалы районынан биш егет Өфөлә төҙөлөштә эшкә урынлаша. Тәүҙә улар Дмитриевка ҡасабаһында һуңынан баш ҡалалағы объектты төҙөүҙә ҡатнаша.  
Руслан Хәмиҙуллин: «Беҙ алһыҙ-ялһыҙ тәүлегенә ун икешәр сәғәт эшләнек. Кран юҡ ине. Ауыр  материалдарҙы үҙебеҙ ташыныҡ. Бөтә эш өсөн декабрь аҙағында биш мең һум  ғына түләнеләр».
Тулы эш хаҡы вәғәҙәлә генә  ҡалған. Төҙөүселәр  менән эш биреүсе араһында бер ниндәй ҙә килешеү төҙөлмәгән.
Илгиз Камалетдинов: «Иртән алтыла торабыҙ ҙа,  төндә ун берҙә генә ҡайта инек. Беҙ эште рәсмиләштереү тураһында әйткәс, бына иртәгә хеҙмәт килешеүе булыр тип вәғәҙәләнеләр. Ышанғайныҡ. Аҡса түләмәйәсәктәрен белгәс унан киттек».
Ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күскәс, ғаиләне хәстәрләү   Руслан иңендә ҡалған.  Әсәһе һаулығы буйынса  мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙарын ҡарай.  
Өфөләге Коммунистик урамындағы 7-се йортто төҙөү дауам итә.
Йорт һалыусы подрядсы ойошма «Юго-строй» компанияһы. Баш инженерҙары һәм башҡа етәкселек үҙ урынында, әммә был хәлгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар.  
Беҙ егеттәр эшләгән подрядсы ойошманың  бригадирына шылтыраттыҡ.
Егеттәрҙең яҡындары ғәҙеллекте  хоҡуҡ органдары аша юлламаҡсы. Әммә ике айҙан ашыу төҙөлөштә  бушҡа көс түккәнен егеттәргә иҫбат итеү ауырға тура киләсәк. Уларҙың төркөмөн  етәкләгән бригадир икенсе урынға күскән. Ә йәштәрҙең хеҙмәт килешеүе лә, башҡа документтары ла  юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку