Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Сөләймәноваға ярҙам кәрәк 30.01.2015

Күптән түгел генә уның үпкәһендә яман шеш барлығы асыҡланған.  Светланаға сит илдә дауаланыу өсөн бер  миллиондан ашыу аҡса талап ителә. Ғаилә дуҫтары 6 февралдә хәйриә күргәҙмәһе ойоштора. Әле сараға әҙерлек бара.

Ҡәҙимге ғаилә фотоһүрәттәре. Светлана үҙе һөнәре буйынса фотограф шуға бик матур килеп сыға, ти Илдар Сөләймәнов. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй. Өлкәндәренә ун дүрт, кинйәләренә алты йәш тулған. Яңы йылды ҡаршылап киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәгәндә генә  Светланаға ҡурҡыныс диагноз ҡуялар. Ҡатындың үпкәһендә  яман шеш барлығы асыҡлана.
Илдар Сөләймәнов: «Беҙ албырғып ҡалдыҡ. Ышанырға теләмәнек. Диагнозды  Ҡаҙағстанда ҡуйғайнылар. Яңы йылды ҡаршы алырға унда барғайныҡ. Ҡайтып   бында тағы компьютер томографияһы үттек. Әммә табиптар диагнозды  раҫланы ғына».
Ғаиләнең ауыр хәлдә ҡалғанын белгәс тә  дуҫтары ярҙамға килә. Кем күпме булдыра ала финанс ярҙам күрһәтә. Ә ҡыҙҙары Миленаның әхирәте Кристина  күргәҙмә ойошторорға йыйына.  Ун дүрт йәшлек Кристинаның илленән ашыу картинаһы бар. Һүрәттәрҙә үҫмерҙең бай күңел донъяһы сағыла.    
Кристина Никитина: «Алтынсы ғинуарҙа әхирәтемдең әсәһе яман шеш менән ауырығанын белдек. Дуҫтың төп бурысы - ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Күптән күргәҙмә ойошторорға йыйына инек. Ошондай хәл килеп тыуғас уны тиҙләтергә булдыҡ. Ул хәйриә күргәҙмәһе буласаҡ».
Хәйриә күргәҙмәһендә рәссам  Александр Сокольниковтың да эштәре ҡуйыла. Үҙенсәлекле картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшө Светлананы дауалауға тотоноласаҡ.
Айрат Рамаҙанов, рәссам: «Рак, диабет кеүек сирҙәр беҙҙең яҡындарыбыҙҙы алып китә. Уларға күмәк көс менән ҡаршы торорға кәрәк тип уйлайым. Беҙ ижади эштәр ярҙамында Светлананы ҡотҡарып ҡалыу теләге менән янабыҙ».
Күргәҙмә алтынсы февралдә Өфөнөң Зорге урамындағы 12/1 һанлы йортта , «Проект Лес.С» галереяһында  киске сәғәт алтыла асыла.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика