Өфө ҡалаһында йәшәүсе Николай  Осинцев буш ваҡытын тулыһынса ҡанатлы дуҫтарына арнай 21.11.2016

Йөҙгә яҡын ҡошто ул үҙе йәшәгән йорт ихатаһында ҡарай. Күгәрсендәр ябай түгел, тоҡомло ҡоштар. «Өфө Спартагы» тип аталғаны бынан ярты быуат самаһы элек үрсетелә башлай. Ҡош тотоусылар араһында улар ҙур һорау менән файҙалана.

Ояға ингәндә һыҙғырып ин, ҡоштар хужаһын таныһын тип шаярта Николай Осинцев. Ем биргән һайын ул үҙенә генә хас тауыш сығара. Оялағы ҡанатлы дуҫтары икеләнмәһен өсөн.
Буш ваҡытын Николай күгәрсен ояһында үткәрергә күнеккән. «Өфө Спартагы» тип аталған тоҡомло ҡоштар тәрбиә талап итә. Улар хужаһына ғәжәйеп тоғро, өҫтәүенә һауа өрөлөп осоу һәләтенә эйә.
Николай Осинцев, күгәрсен ҡараусы: «Бына ошо инде Өфө спартагы. Бик ҡиммәтле ҡош. Ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәй, әммә тәрбиә лә талап итә. Даими ҡарап торорға кәрәк».
Өфөлә 100-гә яҡын күгәрсен ояһы  иҫәпләнә. Уларҙың хужалары йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Күгәрсен  төрбиәләүселәр берелегенең 84 ағзаҙы бар. Ҡош ҡараусылар төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, ярыштар ойоштора.
Йәрминкәләр, күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Сираттағыһы 2017 йылдың 14 ғинуарында Өфөлә үтә. Инеү бушлай. Теләгән һәр кем күгәрсендәрҙе килеп ҡарай аласаҡ.
Күгәрсен тәрбиәләүселәрҙең күбеһе оло йәштәге кешеләр. Бала саҡтағы шөғөлдәрен улар ташларға йыйынмай. Йәш быуындың ғына ҡоштар менән ҡыҙыҡһынмауына күңеле әрней, «Өфө спартагын» ышанып тапышырҙай  алмаш юҡ тип зарлана улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика