Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов тыуған көнөндә үҙе бүләктәр таратты 27.01.2017

Бөгөн ул Киров районының торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ятаҡ бүлмәләренән асҡыстар тапшырҙы.  

Эшсе хәбәрселәр урамындағы был торлаҡ йорт 2011 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Әммә беренсе ҡаттағы административ бүлмәләр оҙаҡ ваҡыт буш тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында район етәкселәре күсемһеҙ милекте ятаҡ итеп үҙгәртеү башланғысы менән сығыш яһай. Был тәҡдим ҡала башлығында  ла хуплау таба. Дөйөм майҙаны 300 квадрат метр бинала оҙаҡ йылдар дауамында тармаҡта арымай-талмай эшләүсе урам һипереүселәр, механизаторҙар һәм слесарҙар өсөн ете бүлмә эшләнгән.
Торлаҡ алған Илшат менән Гүзәл  Ноғомановтар  өс бала тәрбиәләй. Улар икеһе лә оҙаҡ йылдар 61-се торлаҡ-эксплуатация идаралығында урам һепереүсе булып эшләй. Ҡала етәксеһе менән сәй артында үткән һөйләшеүҙә тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе күтәрелде. Сөнки эшселәрҙең 80 процент самаһы ситтән күсеп килеүселәр.
  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика