Өфө ҡалаһы етәкселеге Ағиҙел йылғаһы аша һалынасаҡ яңы күпер проектын төҙөү өсөн подрядсы ойошма эҙләй

Өфө ҡалаһы етәкселеге Ағиҙел йылғаһы аша һалынасаҡ  яңы күпер проектын төҙөү өсөн подрядсы ойошма эҙләй 14.01.2015

Ике ярҙы тоташтырыусы объект Черниковка биҫтәһенең Интернациональ урамы тапҡырында барлыҡҡа киләсәк. Күпер ярҙамында Алексеевка ҡасабаһы яғына тура юл асылыр тип көтөлә. Ҡоролманың оҙонлоғо яҡынса бер километрҙан ашып китәсәк.

Проектлаусы ойошманы асыҡлау буйынса ойоштороласаҡ аукцион 29 ғинуарға тәғәйенләнгән. Килешеү хаҡы буйынса ҡаралған 216 миллион һум ҡала бюджетынан бүленә. Күперҙе төҙөй башлау ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Белгестәр фекеренсә, объект ҡаланың төньяҡ өлөшөндә транспорт тығынын кәметергә булышлыҡ итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика