Өфө ҡала планетарийына 50 йыл 04.10.2014

Ошо уңайҙан планетарий хеҙмәткәрҙәре бай программалы сара уҙғарҙы. Кескәйҙәргә уйын-викториналар ойошторолдо, концерт күрһәтелде. Ә иң мөһим ваҡиға - йыһанға  фотоаппарат менән йыһазландырылған ҙур шар осоролдо.  

Туҡтауһыҙ яуған епшек  ҡар ҙа, һыуыҡ һауа торошо ла бында йыйылыусыларҙың кәйефен боҙмай. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә концерт ҡарап бейей, конкурстарҙа ҡатнашып төрлө бүләктәр ота. Ә алда иң ҡыҙыҡлы ваҡиға... Космонавт Денис Ефремов ошо шарҙы йыһанға осорорға әҙерләй. Уға кескәйҙәр ҙә ярҙам итә. Был ябай шар түгел, 40 километр бейеклеккә күтәрелгәс уның ҙурлығы өс ҡатлы йорт тиклем буласаҡ. Шарға фотоаппарат һәм навигатор тағылған. Стретосфераға тиклем күтәрелгәс шар шартлап фотоаппарат кире төшәсәк.
Денис Ефремов, йыһпнгир: «Бындай сара Өфөлә тәү тапҡыр уҙғарыла. Шар стратосферала булғанда,  матур фотолар төшөрөләсәк. Стратосфера  күк төҫөндә матур атмосфера ҡатламы».
Шар ергә төшкәс, махсус төркөм уны навигатор ярҙамында эҙләп табасаҡ. Ундағы фотолар балаларға йыһанды өйрәнеүҙә ҙур ярҙам була.
Шар күккә күтәрелгәс тә уны ерҙә махсус монитор аша күҙәтеү мөмкинлеге булды. Тамашасылар экранда баш ҡаланы, һуңғараҡ республиканы бейектән күҙәтте.
Концерт тамамланғас кескәйҙәрҙе планетарий эсенә саҡырҙылар.Ойоштороусылар уларға үҙнсәлекле өс программа әҙерләгән. Уның сиктәрендә балаларға йыһан тураһында фильмдар күрһәтелде, космонавтар менән осрашыу үткәрелде. Уҡыусылар үҙҙәренең һорауҙарына яуаптар алды.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика