Өфө аэропортының халыҡ-ара терминалында яңы хеҙмәт 15.06.2017

Лабрадор Найк ҡушаматлы эт таможняға  ярҙам күрһәтә. Махсус өйрәтелгән йәнлек шартлатҡыс мәтдәләрҙе, хәрби ҡоралды асыҡларға булышлыҡ итә.

Кинолог Дарья Сөләймәнова хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуып үҫә. Киләсәк һөнәрен һайлағанда ул һис икеләнеп тормай кинолог һөнәрен һайлай. Уның дүрт аяҡлы тоғро дуҫы бик һиҙгер. Гексоген иммитатор һалынған сумканы шунда уҡ эҫкәп асыҡланы.
Дарья Сөләймәнова Найк менән Мәскәүҙә махсус әҙерлек үткән. Имтихандарҙы тик бишле билдәләренә тапшырып май башынан Өфө халыҡ-ара аэропортында хеҙмәт башлағандар.
Дарья Сөләймәнова, кинолог: «Беҙ айырыуса Худжа, Дүшәмбе, Ташкент йүнәлешендәге авиарейстарҙы ентекле тикшерәбеҙ. Был Башҡортостан таможняһында ҡорал һәм шартлатҡыс мәтдәләрҙе асыҡларға ярҙам итеүсе берҙән-бер махсус өйрәтелгән эт. Туғыҙ йыл эшләү дәүерендә беренсе тапҡыр аңдып табыусы эт менән эшләйбеҙ. Быға тиклем наркотик мәтдәләрҙе эҙләүсе эттәр генә эшләне».
Лабродор Найк ҡушаматлы эт халыҡ-ара рейстарҙы  тикшерә. Тиҙҙән ул хужаһы менән Ҡазанда  үтәсәк Футбол буйынса  Конфередация Кубогын хеҙмәтләндерергә юллана.
Лабрадор тоҡомло Найк ҡушаматлы эт таможня хеҙмәтенең уң ҡулы. Ул хәрби ҡоралды һәм шартлатҡыс мәтдәләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән.
Сит илдәргә ялға йә эш сәфәренә юлланыусылар Рәсәй һәм бараһы илдең таможня ҡағиҙәләрен яҡшы өйрәнергә тейеш. Өфө аэропортының халыҡ-ара терминалында пасажирҙар өсөн йәшел һәм ҡыҙыл коридорҙар эшләй. Йәшел коридор аша үтеүселәр өсөн мәшәҡәттәр әҙерәк, ә ҡыҙылы аша үтеүселәр тейешле тауарҙарға йә предметтарға  декларация тултыра. Ун алты йәше тулған гражданин декларация тултырыу хоҡуғына эйә. Ун алты йәше тулмағандар өсөн был бурысты ата-әсәләре йәки опекундар һәм төркөм етәкселәре үтәй.
Компетентлы органдарҙың рөхсәтенән тыш ҡорал һәм хәрби припастар, шулай уҡ наркотик һәм радионурланышы булған  мәтдәләрҙе ил сиге аша үткәреү тыйыла. Ләкин нидәй генә сикләүҙәр һәм ҡанундар эшләп торғанда  ла теге йәки был илдән ҡайтыусы халыҡ психотроп мәтдәләрҙең арзанлығына ымһынып, бер үк тырмаға баҫа. Сәйәхәттәргә йөрәүселәрҙе бындай хәлдәрҙән иҫкәртеү өсөн Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре турфирмалар менән аңлатыу эштәрен алып барыуҙы ла  әүҙемләштерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика