Өфө аэропортының халыҡ-ара терминалы  тәүге пассажирҙарҙы 10 апрелдә ҡабул итә 07.04.2015

Бөгөн  баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы әҙерлек кимәленә һынау тотто. ШОС һәм БРИКС илдәре саммитында ҡатнашасаҡ 800-ҙән ашыу  ирекмән һәм бер төркөм журналистар объекттың торошон, хеҙмәтләндереү сифатын ҡараны.

Бөгөн аэропортта барыһы ла  ысынбарлыҡтағы һымаҡ. Халыҡ-ара терминалға тикшереү пункты аша ғына үтергә мөмкин.  Электрон таблоларҙа рейстар хаҡында мәғлүмәттәр яҙылған, бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ урынында. Бөгөн бында хатта, донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнә бушлай билет алырға ла мөмкин. Әлбиттә, паспорт менән. Беҙ Бангокка осабыҙ.
Билет ҡулда, багаж  тапшырылған. Теркәү  урынындағы  хеҙмәткәрҙәр һәр бер пассажирға ҡарата иғтибарлы һәм мөләйем. Шул уҡ ваҡытта залдың ҡайһы бер урындарында   стеналарҙың плиткалары ҡубып төшөүе күҙгә салына, ситтәге бүлмәләрҙә әле төҙөлөш материалдары ла  алып бөтөлмәгән. Артабан юлланабыҙ. Был  инде пассажирҙарҙы ҡарау, документтарҙы тикшереү зонаһы. Сосораҡ  журналистар  шунда уҡ  именлек хеҙмәткәрҙәрен  уяулыҡҡа тикшереп тә алды.
Тикшереү үткәндән һуң осоу  майҙанына сығырға мөмкин. Бында дюти-фри,  тамаҡ ялғау, ял итеү урындары. Барыһы ла халыҡ-ара талаптарға тура килә.  Артабан инде рейстың иғлан ителеүен  көтөргә һәм юлға. Өфөгә ҡунаҡҡа килеүселәр өсөн дә   багаж ҡабул итеү зонаһы, яҡты, иркен залдар тәҡдим ителә.  Баш ҡаланың һауа ҡапҡаһында заманса  стиль  башҡорт милли биҙәктәре менән бергә үрелгән. Журналистар ҙа, ирекмәндәр ҙә   Бангокка, Нью-Йоркка, Баҡыға һәм башҡа төбәктәргә шартлы сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды.
Терминалдағы төҫтәргә килгәндә ҡуйы һары төҫ Башҡортостандың ҡояшлы республика булыуын һәм бал менән дан тотоуын аңлата. Артҡы стеналарҙың буялмай асфальт төҫөндә ҡалыуын да эшләп бөтөлмәгән  йәки төҙөлөш материалдарын экономиялау  тип ҡабул итергә кәрәкмәй, был заманса дизайн. Шулай уҡ әлегә  ҡайһы бер  бүләмләргә  алтаҡталар эленеп бөтмәүе,  лампочкалар етешмәүе күҙгә ташлана.
Халыҡ-ара терминалды төҙөкләндереү эштәренә  миллиард һумдан ашыу аҡса тотнолған. Хәҙер һауа ҡапҡаһының майҙаны ла, үткәреү һәләте лә дүрт тапҡырға арҡан. Ул  сәғәтенә 800 пассажирҙы үткәреү һәтәләтенә эйә. Терминалдың бөгөнгө төркөмдө  яҡынса 40 минут  эсендә хеҙмәтләндереүен иҫәпкә алғанда, Өфө һауа ҡапҡаһының  саммит ҡунаҡтарын лайыҡлы ҡабул итәсәгенә өмөт ҙур. Әлбиттә, етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика