Өфө аэропортының халыҡ-ара терминалы март аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Өфө аэропортының халыҡ-ара терминалы   март  аҙағында  файҙаланыуға тапшырыласаҡ 05.02.2015

Был турала  бөгөн аэропорт етәкселеге Рөстәм Хәмитовҡа  объектта  төҙөкләндереү барышын тикшергән мәлдә белдерҙе.  Әле башҡаланың һауа ҡапҡаһын яңыртыу тамамланыу алдында, ремонт эштәренән һуң уның майҙаны ла,  пассажирҙарҙы үткәреү мөмкинлеге лә дүрт тапҡырға артҡан.

Әле төҙөлөш ҡайнаған майҙан   март аҙағында уҡ пассажирҙар менән туласаҡ.  Объект ике ҡатлы, тәүгеһендә билет һатыу, теркәлеү, багаж алыу, тапшырыу урындары, икенсеһендә инде үҙ рейсыңды көтөргә, ял итеп алырға мөмкин.  Төҙөкләндереү эштәре терминалдың эсендә лә,  осоу майҙанында ла, перронда ла алып барылған.
Өфөнөң халыҡ-ара һауа ҡапҡаһы үҙенең дизайны  менән бер объектты ла ҡабатламай, бында  заманса  технологиялар милли биҙәктәр менән бергә үрелгән. Күреүегеҙсә, терминалда асыҡ төҫтәр өҫтөнлөк итә.  Был берҙән алыҫ юлға сыҡҡан пассажирҙарҙың  кәйефен күтәреү өсөн эшләнгән, икенсенән ҡуйы һары төҫ  Башҡортостандың ҡояшлы республика булыуын һәм бал менән дан тотоуын сағылдыра. Шулай уҡ терминал  башҡорт милли биҙәктәре менән дә байытылған.
Терминалда халыҡ  өсөн  бар уңайлыҡтар тыуҙырылған,  сауҙа-хеҙмәтләндереү үҙәктәре,  туҡланыу урындары. Рөстәм Хәмитов уларҙың  әҙерлек кимәлен тикшерҙе,  проблемалар менән ҡыҙыҡһынды.
Иҫке терминалда ремонт эштәренә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған, хәҙер уны танырлыҡ түгел, объекттың мөмкинлектәре генә түгел, йөҙө лә тулыһынса үҙгәргән. Яңы халыҡ-ара һауа ҡапҡаһының майҙаны  16 мең квадрат метрҙан ашыу, үткәреү һәләте лә 4 тапҡырға артып 800 пассажирға еткән
Республика башлығы төҙөкләндереү барышын тикшергәндән һуң графиктан тайпылмаҫҡа, бар эштәрҙе планға ярашлы алып барырға ҡушты. Объект   март аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика