«Өфө» аэропорты 1 500 000-се пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе 19.08.2014

Бәхетле билетты Салауат ҡалаһынан Зилара Ерина отто. Ул эш буйынса Мәскәүгә  йүнәлгән була. Ҡатынды аэропорт хеҙмәткәрҙәре тантаналы  шарттарҙа ҡаршы алып сертификат  менән бүләкләне.

Эш буйынса Мәскәү ҡалаһына йүнәлгән Зилара Фәиз ҡыҙын аэропорт хеҙмәткәрҙәре сәскә гөлләмәләре менән ҡаршы алды. Бәхетле осраҡ буйынса ҡатын һауаға 1 500 000-се пассажир булып күтәреләсәк. Йылына ике тапҡырҙан да йышыраҡ осмаған ханым көтөлмәгән иғтибар менән бүләктән баҙап ҡалды. Уға Мәскәүгә бушлай барып ҡайтырға сертификат тапшырылды.
Зилара Ерина, 1 500 000-cе пассажир: «Мин эш менән йә ял итергә1979 йылдан осам, ошо осорҙа аэропорт ныҡ үҙгәрҙе, ул халыҡ-ара стандарттарға яуап бирә. Өфө лә йылдан-йыл матурлана. Бөгөнгө сертификат көтөлмәгән бүләк булды, ҙур рәхмәт».
Быйыл «юбилейлы» пассажирҙы аэропорт 2013 йыл менән сағыштырғанда бер айға алдан ҡаршыланы. Сөнки 7 ай һөҙөмтәләре буйынса пассажирҙар һаны 14 процентҡа артҡан. Белгестәр был күрһәткесте республика иҡтисадының тотороҡло булыуы һәм йәшәү кимәле күтәрелеүе менән бәйләй. Халыҡ-ара рейстар менән ҡулланыусыларҙың йылдан-йыл артыуы ла быға асыҡ дәлил.
Александр Андреев, «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры: «Әле аэропорт халыҡ-ара рейстар буйынса сәғәтенә 200, эске рейстарға 400 кешене үткәрә ала, яңы терминалды төҙөкләндереү күрһәткесте тағы ла яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Ялыуҙар ҙа кәмене, тимәк, аэропорт үҙ эшен тейешле кимәлдә башҡара. Әммә атҡараһы эштәр күп әле».
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙә эре аэропорттарҙан һанала. Уның хеҙмәттәре менән 40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары ҡуллана. Августа бында самолеттар өсөн икенсе осоу-ултырыу һыҙаты эшләй башланы. Ул «Боинг», «Руслан», «Аэробус» һымаҡ ҙур лайнерҙарҙы ҡабул итеү мөмкинлеген бирә. Ә элек файҙаланылған һыҙат төҙөкләндерелеү сәбәпле, 1 миллион 500 меңенсе пассажир ултырған самолет һауаға яңыһынан күтәреләсәк. Әйтергә кәрәк, юбилейлы пассажирҙы бизнес класҡа күсерҙеләр. Был үҙгәрештән ул ҡәнәғәт ҡалды. Уҙған йылда Өфө аэропорты хеҙмәттәре менән 2 миллион 400 мең кеше файҙаланған. Ярты йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, уларҙың һаны быйыл артасаҡ, тип билдәләй белгестәр. Был күрһәткес Волга буйы федераль округында иң юғарыларҙан һанала. 2015 йылда халыҡ-ара терминал асылыу менән хеҙмәтләндереү кимәле лә яҡшырасаҡ.
 Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика