Өфө аэропорты ҡаланың, ғөмүмән, бөтә республиканың йөҙөн билдәләй

Өфө аэропорты ҡаланың, ғөмүмән, бөтә республиканың йөҙөн билдәләй 15.01.2015

ШОС һәм БРИКС саммиттарына Башҡортостанға килгән ҡунаҡтар башлыса ошонда киләсәк. Республика сит ил ҡунаҡтарын нисек ҡаршы алыр? Телде аңламаған граждандар багаж алыуҙа, такси саҡыртыуҙа һәм тәғәйенләнгән урынға барыуҙа ниндәй ҡыйынлыҡтарға осрауы ихтимал?

Һиндостандан килгән Өфө студенты Никхил Парадкар рус телен яҡшы белә, кешеләр менән аралашҡанда ла бер ниндәй ауырлыҡтар кисермәй. Сөнки ул баш ҡалала алтынсы йыл йәшәй. Ә ШОС һәм БРИКС саммиттарына сит илдәрҙән киләсәк кешеләр, әлбиттә, ярҙамға мохтаж буласаҡ. Өфө аэропорты кассаһында сит ил кешеһен аңламанылар, шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәтте - буласаҡ осоуҙар һәм хаҡтар тураһында ҡағыҙҙа яҙып бирҙеләр. Мәғлүмәт үҙәгендә иһә оператив рәүештә ярҙам иттеләр. Инглиз телендә һөйләшкән хеҙмәткәр йәш егетте телефон аша консультацияланы. Такси саҡыртыу ғына оҙаҡҡа һуҙылды, шөкөр, ярҙам итеүселәр табылды. Никхил Парадкар, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты: «Башта саҡ ҡына ауыр ине, ҡала халҡы ярҙамға килгәс, күңел күтәрелде, барыһы ла яҡшы булды». Өфө ҡунаҡханаларының береһендә урын бронләү күпкә еңелгә төштө. Бында инглиз телендә бирелгән бөтә һорауҙарға ла яуап бирҙеләр, хеҙмәтләндереү һәм хаҡтар тураһында ентекләберәк һөйләнеләр. Сит ил ҡунаҡтары ҡала урамдарында ла юғалып ҡалмаясаҡ. Күрһәткестәрҙә урам исемдәре инглиз телендә яҙылған. Өфөләр ҙә битарафлыҡ күрһәтмәй. Әлбиттә, йәйен ШОС һәм БРИКС саммиттарына килгән ҡунаҡтар урамда яңғыҙ йөрөмәйәсәк. Уларға махсус уҡытылған волонтерҙар ярҙам итәсәк. Әлегә ике меңдән ашыу кеше дистанцион уҡыуҙарҙы уңышлы үткән. Курстар һаман да дауам итә. Һуңынан волонтерҙарҙы киләһе этап көтә - саммит майҙансыҡтарында махсус әҙерлек буласаҡ. Юрий Дюстер, ШОС һәм БРИКС саммиттарына ирекмәндәр әҙерләү программаһы координаторы: «Һәр кем махсус рәүештә үҙенең майҙансығында ғына уҡыуҙар үтәсәк. Үҙенә кәрәкле белем аласаҡ». Баш ҡала, төбәк өсөн буласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттары мөһим ваҡиға. Йәйен Өфөлә дәүләт башлыҡтары, етәкселәр, эшҡыуарҙар йыйыласаҡ. Ҡала һөйләшеүҙәр үткәреү, килешеүҙәр төҙөү, илдәр араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереү майҙансығына әйләнәсәк. Был, әлбиттә, республика рейтингын күтәреп, инвестиция ағымын арттырасаҡ. Төбәк ҡаҙнаһына һалым күләме күп буласаҡ, тимәк, бюджет һәм социаль түләүҙәр артасаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫәсәк. Был, әлбиттә, республикаға килгән ҡунаҡтар менән эшлекле бәйләнештең артабан да дауам итеү-итмәүенән тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку