Өфө - Аэропорт юлы яҡын арала светофорһыҙ буласаҡ

Өфө - Аэропорт юлы яҡын арала светофорһыҙ буласаҡ 26.11.2014

Үҙгәреш Чесноковка ауылы тапҡырындағы бормалы юл  тулыһынса сафҡа инеп, йәйәүлеләр өсөн ике үткәүел төҙөлгәс тормошҡа ашасаҡ.

Транспорт хәрәкәтендәге, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты эшендәге был үҙгәрештәр баш ҡалала киләһе йыл үтәсәк саммиттар менән бәйле. Әлбиттә, республика етәкселеге халыҡ-ара форумдарҙан төбәктең иҡтисады өсөн дә файҙа көтә. Саммиттар сиктәрендә урындағы эшҡыуарлыҡ даирәһе өсөн бәйләнештәр булдырыу, осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ күләмле сараны үткәреүгә шәхси инвестициялар ҙа йәлеп ителә.
Руслан Мирсаяпов, Башҡортостан Хөкүмәте министры: «Башҡортостандың ШОС һәм БРИКС илдәре менән хеҙмәттәшлеген машиналар төҙөү, нефть химияһы тармаҡтарында үҫтерергә кәрәк. Бынан тыш, бергәләп ҙур логистика үҙәктәрен төҙөү Рәсәй менән был илдәр араһындағы сауҙа бәйләнештәрен тағы ла нығытыр ине. Ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ, әле формаль нескәлектәрҙе тәртипкә килтерергә кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку