Өфө-Аэропорт юлы төҙөкләндерелә башланы 26.04.2016

Хәҙер инде нисәнсе йыл рәттән. Шулай ҙа  башҡа йылдарҙан айырмалы юлдың өҫкө ҡатламы ғына яңыртыла. Эш  юл һалыусы компанияның үҙ иҫәбенә башҡарыла. Сөнки асфальт гарантия ваҡыты үтмәйенсә таушала башлаған.

ШОС һәм БРИКСҡа миллиондарса аҡса түгеп һалынған Өфө-Аэропорт юлы саммиттар алдынан ғына эшлектән сыҡты. Яңы технология тип, маҡтап-маҡтап һалынған асфальт ҡатламы машиналарҙың тәгәрмәстәренә уралып китеп бөттө. Әммә ғәйеплеләрҙе асыҡларға ваҡыт юҡ ине. Халыҡ-ара форум алдынан ғына юлды бер төн эсендә ремонтлап та ҡуйҙылар.
Бер йыл да үтмәне Өфө-Аэропорт юлында тағы ремонт. Шул уҡ Мәскәү төҙөүселәре хаталар өҫтөндә эш алып бара. Ләкин был юлы үҙ иҫәбенә. Ике йыл гарантия бирелгән юлдарҙа тәгәрмәс юлдарынан йырындар барлыҡҡа килгән.
Ринат Лотфрахманов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Яңы һалынған юлға гарантия оҙаҡ йылдарға бирелә, ә бына өҫкө ҡатламына ике йыл. Ләкин һәр юл төҙөүсе лә гарантия буйынса хаталарын төҙәтергә ашыҡмай. Судлашабыҙ, өгөтләйбеҙ, административ көс ҡулланабыҙ. Был компания үҙ ирке менән юлды яңыртырға ризалашыусы һирәк фирмаларҙың береһе».
Өфө - Аэропорт юлынан һуң төҙөкләндереү эштәре Зәки Вәлиди урамында ла башҡарыласаҡ. Ремонт оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тип ышандыралар. Эшселәр юлға  нығыраҡ йәбешһен өсөн  тәүҙә грунтовка һала, һуңынан асфальт бетон ҡатнашмаһы.
Өфө - Аэропорт бәйләнешен хәҙер нисәнсегә ремонтлайҙар. Тәүге тапҡыр төҙөкләндерелгәндә асфальт һалынып та бөтмәй республика етәксеһе ҡушыуы буйынса ҡайтанан яңыртылды. Йәнәһе лә, технологиялар дөрөҫ үтәлмәгән. Рөстәм Хәмитовҡа яңы юл япмаһы ун йылдан да кәм ятмаясаҡ, тип отчет бирҙеләр. Әммә, был фаразлау ғына булып сыҡты. Һуңынан инде был арауыҡтағы ремонтты халыҡ шутлауҙан да ялҡты.
Ярай ҙа һуңғы төҙөкләндереү компанияның үҙ иҫәбенә башҡарыла. Гарантия шулай ҡуша. Әйткәндәй, Мәскәү эшселәре үҙ ирке менән хаталарын төҙәтергә тотоноусы һирәк фирмаларҙың береһе. Күптәр судлашмай тороп етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙән баш тарта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика