Ейәнсура районында янғын-химик станциялары хеҙмәткәрҙәренең һәм янғын һүндереүсе дружиналарҙың уҡыуҙары үтте

Ейәнсура районында  янғын-химик станциялары хеҙмәткәрҙәренең һәм янғын һүндереүсе дружиналарҙың уҡыуҙары үтте 10.04.2015

Күнекмә планы буйынса Һүрәм Күгәрсене ауылы эргәһендәге урман биләмәһендә янғын сыға. Был туралағы хәбәрҙе махсус авиация хеҙмәте  хәбәр итә. Янғынды һүндереүгә мобиль бригадалар, махсус техника йәлеп ителә һәм тиҙ арала шартлы янғын  һүндерелә. Зональ уҡыуҙа  Хәйбулла, Баймаҡ, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура райондарының урман хужалыҡтары белгестәре, тәбиғәт парктары хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүсе дружиналар һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Янғын һүндереүсе махсус бригадаларҙың эше Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы вәкилдәре тарафынан баһаланды, кәрәкле иҫкәрмәләр әйтелде.
Күнекмәнең пленар өлөшө Иҫәнғол ауылында дауам итте. Сығыш яһаусылар  башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлап, урманда янғын хәүефе юғары булмаһын өсөн  халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыу мөһим, һәр кем тирә-яҡ мөхитте хөрмәт итергә тейеш, сөнки күп осраҡта ут сығыуҙа  кешеләр үҙҙәре ғәйепле тип билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку