Эттәргә тиҙҙән астан туңып үлеү ҡурҡынысы янай 09.02.2016

Өфөнөң Яңы Александровка ҡасабаһының  Циалковский урамындағы ике ҡатлы  йортта тотолоусы эттәр бында килеүселәрҙе өрөп ҡаршы ала. Йөҙҙән ашыу ҡарауһыҙ ҡалған эт Алена Зәйнуллина йөҙөндә үҙ яҡлаусыһын һәм һаҡлаусыһын тапҡан. Әммә дүрт аяҡлы хайуандарға тиҙҙән астан туңып үлеү ҡурҡынысы янай.

Шәхси ҡулдарҙағы был приют 2009 йылдан бағыусылар һәм йомарт кешеләр иҫәбенә эш башлаған. Аяғы имгәнгән Казимира ҡушаматлы эт мәрхәмәтле ҡулдарға эләгеп, үлемдән ҡотола. Уны серей башлаған аяғын операция ярҙамында  киҫеп, ғүмерен һаҡлап ҡалалар. Йөҙҙән ашыу эттең һәр береһенең үҙ яҙмышы. Уларға көнөнә туғыҙ мискә йылы аш бешерелә. Әҙерләгән ризыҡта тауыҡ ҡанаттары, балыҡ киҫәктәре, билмән һәм кәтлиттәр бар.
Светлана Зарипова, приют хеҙмәткәре: «Был ҡаҙанда -балыҡ, быныһында-билмән, өсөнсөһөндә-тауыҡ. Көнөнә туғыҙ ҡаҙан аш бешерәм».
Светлана  Зарипованың һәр иртәһе эттәргә  йылы аш бешереүҙән башлана. Ул хайуандарҙың холҡон яҡшы белә. Сабырһыҙланып ризыҡ һоғоноусыларҙы ла аш бүлмәһенән ҡыумай.  Һәр бер йән эйәһенә етерлек өлөштө тиҙҙән мул итеп бешерә алмаясаҡ. Сәбәбе - ошоға тиклем йомартлыҡ күрһәткән эшҡыуарҙар аҙыҡ-түлекте һуңлата. Һыуытҡыста бер аҙна бешерерлек  ит менән аҙна ярымға  етерлек ярмалар ғына тороп ҡалған.
Алена Зәйнуллина, йорт хайуандарын яҡлау фонды директоры: «Быға тиклем приютты  үҙаллы төҙөгән килешеүҙәр нигеҙендә тотоп килдек. Беҙ дәүләт ярҙамына мохтажбыҙ. Ҡала хакимиәтендә беҙҙең мохтажлыҡты ишетеп сара күрһендәр ине. Былтыр биләгән еребеҙ шәхси ҡулдарға күсте. Әммә яңы хужа  приют бинаһын һүттермәне. Ул беҙгә хәленән килгәнсә утын менән ярҙам итеп тора, беҙ уға изгелектәре өсөн рәхмәтлебеҙ».
Приютҡа башлыса хужалары ваз кискән хайуандар эләгә. Әммә вольерҙар ҙур түгел, шуға ла һуңғы осорҙа берәҙәк эттәрҙе ҡабул итеүҙе туҡтатырға тура килгән. Ҡарауһыҙ ҡалған йорт хайуандарын үҙ ҡанатына алған  шәхси ойошма дәүләт яҡлауына мохтаж. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә көндән-көн ауырлаша.
Эттәр ауырып китһә, йә тире сирҙәренә дусар булһа, шунда уҡ дауалаусы май һөртәләр. Ауыр саҡта һәм үлем янаған осраҡтарҙа ветеринар саҡырталар. Был дарыуҙар яҙғы-көҙгө осорҙа талпандарға ҡаршы ҡулланыла.
Эттәрҙе ашатыу өсөн көнөнә 120 килограмм ярма, 70 килограмм ит талап ителә. Әммә Башҡортостандың  иң эре  эттәр  приюты аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ кисерә. Әлегә тиклем бушлай ярма, макарон ризыҡтары менән тәьмин итеүсе эшҡыуарҙар аҙыҡ-түлекте һуңлатып ебәрә. Улар был хәлде иҡтисади яҡтан ауыр ваҡытта сауҙа әйләнешенең һүлпәнәйеүе менән аңлата. Өфөнөң Яңы Александровка ҡасабаһында тотолған йән эйәләре мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына  мохтаж.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика