Етмеш йыл үткәс, миҙал үҙ хужаһын тапты 15.10.2016

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентин Гавриловҡа «Германияны еңгәне» өсөн миҙалы тапшырылды.

Еңеү һалдаттарының береһе беҙҙең арала. Әлшәй районында тыуып үҫкән егет йәшләй генә һуғышҡа алына, Германияға тиклем барып етә. Үҙ бүләген уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылдарында уҡ алырға тейеш булған. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында миҙал ветеран түшенә бары тик бөгөн генә тағылды.  
Ун һигеҙ йәшемдә генә һуғышҡа алындым. Венгрия, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаштым. Механик булараҡ, самолеттарҙың һөжүмгә әҙерлеген тикшерҙем. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраландым.
Ветеран һуғыш ваҡытында алған яраларын бөгөнгөләй хәтерләй. Фронтташ дуҫтары менән төшкән фотоларын ҡарап, бөгөнгө йәш быуынға матур тормоштлң ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәй.
Уҡыусылар бер ваҡыт мәктәптә һорап ҡуйҙылар: ә ни өсөн ветерандың Германиялағы еңеүе өсөн миҙалы юҡ, ул бит унда булған. Беҙгә лә, ветеранға ла ҡыйын булды, ысынлап та, ә ни өсөн юҡ һуң. Ике йыл эҙләнеп, документтар йыйғас, бына миҙал үҙ хужаһына тапшырылды.
Аҡһаҡал  ике ҡыҙының, ейәнсәр һәм бүләсәләренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәй. Туҡһан өс йәшендә булһа ла, әле лә дәртле, моңайып ултырмай. Буш ваҡытында ҡулына йыш ҡына гитара ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика