Етмеш ике яҙ элек...

Етмеш ике яҙ элек... 17.04.2017

Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын  Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Өфөнөң Совет районы менән берлектә махсус акция менән ҡаршылай.  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тормошо, ҡаһарман яу юлдары, батырлыҡтары хаҡында әле лә сафта булған ветерандар бәйән итә. 214 -cе уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итеүсе, Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Хөснөризалов һәм  уның тормош иптәше Сәймә Әмировалар менән хәбәрсебеҙ осрашты.

Cталин имзаһы ҡуйылған Маҡтау ҡағыҙы яугирҙың 11 батырлығын берләштерә. Был  документ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Рәхим улы өсөн иң ҡәҙерлеһе. Сталинград өсөн барған яуҙа ҡатнашыу, Дон йылғаһындағы алыштарҙы яугир  кисә генә булған ваҡиға кеүек хәтерләй. Йөҙә белмәгән ун һигеҙ йәшлек егет Донды иҫән-имен кисеп сыға, хатта хәрби ҡоралын да һаҡлап ҡала. Уны дивизия командиры партия сафына инергә саҡыра. Егет ризалаша. Һуғыш юлдары һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән дивизия тарихы дүрт йыл буйына ҡурғаш ямғыры аҫтында йөрөгән Совет һалдатының әле лә хәтерендә .
Хәсән Рәхим улының түшен Сталинградты обороналаған өсөн, ике «Батырлыҡ өсөн» һәм беренсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы миҙалдары һәм ордендар биҙәй. Батареяның иң яҡшы тоҫҡаусыһы, хәрби разведчик, бәйләнеш булдырыусы радист һуғыш яланында ауыр яралана. Әммә таһыллығы, зирәклеге һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүе арҡаһында ҡот осҡос яуҙарҙан иҫән-имен ҡотола.
Тормош иптәше Сәймә Шәймөхәмәт ҡыҙы менән илле йылға  яҡын  бергә татыу ғүмер кисерәләр. Бер-береһе өсөн өҙөлөп тороусы өлкәндәр икеһе лә Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән. Хәсән Рәхим улы ҡулына ҡорал тотоп, ә Сәймә Шәймөхәмәт ҡыҙы тылда, мамыҡ йыйыуҙағы  фиҙаҡәр хеҙмәте менән.
Тыныс тормошта ла Хәсән Хөсниризалов бөтәһе лә һоҡланырлыҡ итеп, үҙенә бирелгән яуаплы эште намыҫ менән башҡара. Ул ике тапҡыр СССР нефть сәнәғәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. 37 йыл дауамында нефть сәнәғәте предприятиеһында баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфө йылға пароходсылығында өлкән бухгалтер булып эшләй. 25 августа бәхетле ветеран үҙенең 95 йәшлек юбилейын  ҡаршылаясаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле хәтирәләр менән Хәсән Хөсниризалов йәштәр менән дә ихлас бүлешә. Мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына осрашыуҙарға ҙур теләк менән йөрөй. 72-се Еңеү яҙын ҡаршылаусы ветерандар хәҙерге йәштәр беҙ яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен тип теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика