Етемдәргә-торлаҡ 22.01.2016

Закон буйынса 18 йәше тулған егеттәр һәм ҡыҙҙар кәрәкле документтар туплап үҙҙәренә торлаҡ юллай ала. Әммә күп кенә йәштәр үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡатмарлыҡтар, суд аша үтергә мәжбүр.

Ян беренсе курста белем ала. Университетҡа уҡырға ингәнсе Бәләбәй педагогия училещеһын тамамлаған. Уға бала ғына көйөнсә ауыр яҙмыш һынауҙары аша үтергә тура килгән.
Ян  Ғәйнанов Өфөлә тыуған. Егет ата-әсәһен бөтөнләй хәтерләмәй. Тыуғас та  Бәләбәй ҡалаһындағы балалар йортона эләгә.2008-се йылдан бушлай  торлаҡ алыу өсөн сиратта тора.
Ян Ғәйнанов, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты: «Мин ете мең һум пенсия алам, уны тотонмайым. Киләсәккә тип һалып барам. Социаль стипендиям -11 мең һум. Өфө кеүек ҙур ҡалала йәшәү минимумы 20-25 мең һум тирәһе тәшкил итә. Был ғына стипендия етмәй».
Өҫтәүенә, Ян үҙенә дәүләт тарафынан тейешле торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн  дүрт тапҡыр суд процедураһы аша үткән. Уның эше  ике тапҡыр Өфөнөң Киров районы судында ҡаралған. Әммә бер генә  ҡарар ҙа етем егет файҙаһына булмаған. Бары  тик Юғары суд ҡарары ғына Ян Ғәйнановтың мәнфәғәтен яҡлаған. Өфө хакимиәтенә етемгә торлаҡ биреүҙә тотҡарлыҡтар тыуҙырғаны өсөн  штраф һалынған. Ҡарар 2015  йылдан  үҙ көсөнә ингән.
Ян Ғәйнанов меңәрләгән башҡа етемдәр кеүек фатир юллау өсөн төрлө инстанциялар юлын тапай. Прокуратураға яҙған хаттары яуапһыҙ ҡалмаған. Ул: Көтөгөҙ, сабыр итегеҙ. Һеҙгә тигән торлаҡ мотлаҡ бүленәсәк, тигән яуаптар алған.  Мәктәп йылдарында Артур биш йыл патронат ғаиләлә тәрбиләнгән. Роза Ғәлим ҡыҙы Әхмәдова уллыҡҡа алған балаға йөрәк йылыһын да, мөхәббәтен дә йәлләмәгән. Әсә менән менән ул, яҡындары менән йылы мөнәсәбәттәр һаҡлана.
Туғанлыҡ ептәрен  хоҡуҡи  көйләү мөнәсәбәттәренә килгәндә, законда түбәндәге юлдар бар: патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе етем балалар  бәлиғ булғандан һуң, ҡарауға алған  ата-әсә мөлкәтенә дәғүә итә алмай. Шуға ла һәр кем 23 йәше тулғансы үҙенә дәүләт буйынса ҡаралған торлаҡты юллап алыуға өлгәшергә тейеш.
Ян Ғәйнановҡа 31 майҙа 21 йәш тула. Ул 23 йәшкә тиклем «Етемдәргә –торлаҡ» дәүләт программаһында ҡатнашып үҙенә тәғәйенләнгән 30 квадрат метр торлаҡты юллап алыу мөмкинлегенә эйә. Документаль формаллеккә ҡоролған ҡаршылыҡтарҙы үтергә уның көсө етерме? Әлегә Ян Ғәйнанов Бәләбәй балалар йортонда теркәлгән һәм әлеге ваҡытта БДПУ-ның дөйөм ятағында йәшәй.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика