Етем бала хәсрәте 18.07.2016

Сибайҙа уындағы балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүселәре опекун ғаиләһендә ҡатмарлы тормош шарттарына эләгермен тип башына ла индермәй. Оҙаҡ йылдар дауамында тәрбиәгә алты ир бала алыусы  Йәрәмиевтар ғаиләһе башҡаларға өлгө итеп ҡуйыла. Әммә бейек ҡойма артында ҡуйырған ысын хәл-ваҡиғалар хаҡында бер кем дә белмәй, үҫмерҙәр ситкә сығып һөйләргә йөрьәт итмәй. Һөҙөмтәлә малайҙарҙың береһе психиатрия клиникаһына, икенсеһе-төрмәгә эләгә. Ҡалған өсәүһе лә төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Һуңғыларҙан булып  Игорь Юлин ҡотола. Үҙҙәре менән ошо йылдар арауығында булған серҙе сисергә бары тик ул ғына батырлыҡ итте.  

Сибай ҡалаһынан Игорь Юлин опекун ғаиләһенән бөтөнләйгә китергә ҡарар итә. Егеткә ай дауамында берәҙәк хәлендә йәшәргә тура килгән. Опекун  ғаиләһенән китеүҙең сәбәптәрен  ул өлкәндәр тарафынан булған ҡатмарлы мөнәсәбәттәр менән аңлата. Тәрбиәгә алынған ҡалған  биш малай менән ата-әсә араһында ла йыл ҡына низағ ҡубып торған.

"Етемдәргә -торлаҡ" программаһына буйынса Игорь Юлин  2013 -cө йыл аҙағында фатирлы була. Әммә өс йыл дауамында Хөкүмәт тарафынан бирелгән  торлағына  хужа була алмай. Фатир  асҡыстары һәм мөһим документтар егетте опекаға алыусы ғаилә башлыҡтары ҡулында була. Унда үһеҙ етем Игорь Юлин фатир асҡыстарын һәм ҡайһы бер документтарын үткән аҙнала ирекмәндәр ярҙамы менән генә  ала алды.
Уны тәрбиәгә алған ғаиләнең ҡапҡалары бикле, күпме генә килеп шаҡыһаҡ та  ике көн рәттән беҙгә  ишек асыусы булманы. Хәлде аңлатыуҙарын үтенеү бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Беҙ бикле ишектәр артында ҡалдыҡ. Ирекмәндәр телефоны аша түбәндәгеләрҙе асыҡланыҡ.

Әммә Игорҙең дуҫтары мәсьләгә башҡаса асыҡлыҡ индерә.

Пенсия карточкалары, документтары, яңы фатирға  мебель алырға тип оләсәһе күсергән йөҙ һум күләмендә аҡса, фатир асҡысы ошо көнгә хәтлем тәрбиәгә алған ғаилә башлыҡтарында  була.  Үткән аҙнала ирекмәндәр ярҙамында ул ниһәйәт, фатир асҡыстарын, документтарын һәм өҫ-кейемдәрен барып ала..
Игорь Юлин яңы йорттағы фатирына бөтөнләй күсеп йәшәргә ашҡынып тормай. Ул фатирҙан яҙырмын тип ҡурҡа, уның хәрби билетындағы запастағы сикле тигән яҙыу  егеткә яҡшы дан өҫтәмәй. Был хәлгә бәйле Сибай ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек  бүлегенән беҙ түбәндәгесә яуап алдыҡ.

Етемдәрҙе хоҡуҡи яҡтан яҡлау йәһәтенән юрист кәңәше:

Әлеге ваҡытта Игорь Юлинды Сибай ҡалаһының дин әһелдәре шефлыҡҡа алған. Ул барлыҡ документтарын -паспортын һәм махсус белем алыу хаҡында танытмаһын табыу менән эшкә урынлашырға һәм артабан юғары уҡыу йортонда белем алыуын дауам итергә ниәтләй. Үкһеҙ етемдәрҙе  үҙенә генә билдәле ысулдар менән тәрбиәләп оло тормош юлына сығарыусы   Мөнирә Йәрмиева  эш алымдары  тураһында роман яҙырға йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика