Ете йәштән өлкәнерәк балаларҙы хәҙер автокреслоһыҙ ҙа йөрөтөргә мөмкин 14.07.2017

Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелгән булыуы ла етә. Әммә алғы пассажир урынында 12 йәшкәсә баланы махсус креслоһыҙ йөрөтөү тыйыла.

Йөк машинаһына бәрелгән был автомобилде хәҙер йүнәтерлек тә түгел. Ҡаршы һыҙатҡа сығыу – «Рено логан» машинаһы водителенең хаталы аҙымына әйләнә, салонда ултырған дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала һәләк була. Уҙған аҙнала Белорет районында теркәлгән был ҡот осҡос  аварияла тик бер пассажир ғына иҫән ҡала. Билдәле булыуынса, 6 йәшлек ҡыҙҙы хәүефһеҙлек ҡайышы ҡотҡарған. Әлеге мәлдә ул республика балалар клиник дауаханаһының травматология бүлегендә дауалау курсы үтә.
Ҡыҙҙың атаһы, «Рено логан» автомобиле водителе бөтөнләй юл ҡағиҙәләрен иңҡар иткән тиергә була, кескәй пассажирҙары өсөн ул автокресло ҡулланмай. Авария шаһиттары әйтеүенсә, һәләк булған ике бала, хатта, хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелмәгән булған. Әйткәндәй, йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 200-гә яҡын юл транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 13 малай-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.
Күңелһеҙ статистиканы кәметеү буйынса юлдарҙа профилактик эш туҡтамай, ҡағиҙәләр ҡатылана. Йыл башынан ғына юл инспекторҙары балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөткән 14 меңгә яҡын водителде туҡтатҡан. Уларға 3 мең һум күләмендә штраф һалына. Әйткәндәй, ошо аҙнанан алып 7 йәштән өлкәнерәк балаларҙы  хәүефһеҙлек ҡайышына эләктереп кенә лә йөрөтөргә мөмкин, әммә алда ултырһалар, автокресло мотлаҡ булырға тейеш.
Водителдәр яңы талапты ыңғай ҡабул итһә лә, белгестәр махсус ҡулайламаны даими ҡулланыу күпкә хәүефлерәк тигән ҡарашта.
Шулай уҡ хәҙер 7 йәшкәсә баланы автомобилдә яңғыҙ ҡалдырған өсөн дә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Битараф ата-әсәләр ҡағиҙәне үтәмәгәндә полиция хеҙмәткәрҙәре алдында бер нисек тә аҡлана алмаясаҡ. Был осраҡта уларға 500 һумлыҡ штраф һалына.
Яңы үҙгәрештәр кескәй пассажирҙарҙы бәләнән ҡотҡарыуға йүнәлтелгән. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн, тәү сиратта, водителдәр үҙҙәре яуаплы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика