«Етәксе һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә

«Етәксе һөнәрен алмаштыра» проекты дауам итә 18.11.2014

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ул 2013 йылдан үткәрелә. Ошо осорҙа эшсе костюмын республиканың бер нисә министры кейеп ҡараны. Проект сиктәрендә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе оҫталығын инженер, ә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе ташсы һөнәрендә һынап ҡараны.

Эшсе формаһы Вячеслав Ғиләжетдиновты бер нисә йылға йәшлегенә алып ҡайтты. Өс тиҫтә йыл элек инженер һөнәрен үҙләштергән йәш белгес авиация двигателдәрен өйрәнә башлай. Ҡеүәтле ҡоролманың төҙөлөшөн ул бөгөн дә онотмаған. Компрессор станцияһы авиация двигателе нигеҙендә эшләй. Ғәҙәттә, һауала мең ярым сәғәт эшләткәндән һуң, двигатель артабан яраҡһыҙ тип табыла. Әммә тап Өфө инженерҙары уға ерҙә икенсе ғүмер бирә.
Вячеслав Ғиләжетдинов Өфө дәүләт авиация институты белгестәре менән ҡеүәтле двигателде ерҙә ҡулланыуға патент яҡлаған. Бөгөн был тәжрибә барлыҡ донъяла киң таралған.
 Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Йәшлегемә ҡайтҡандай булдым. Әле лә хәтерҙә, двигатель төймәһенә баҫыу ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелгәйне. Эшләп китһен инде, тип тулҡынлана инек ваҡытында. Хәҙер инде замансалаштырылған технология эште тағы ла яҡшырта. Тейешле кнопкаға баҫтың, эшләне».
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе лә етәксе костюмын эшсе кейеменә алыштырҙы. Ильяс Мөниров һөнәре буйынса ташсы. Нефть университетында белем алғанда ул 4-се разряд ташсы таныҡлығын алған. Совет осоронда һәр студент өҫтәлмә һөнәр үҙләштерә ине, тип хәтерләй етәксе.
Ильяс Мөниров, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе: «Минеңсә, һәр ир-егет бер нисә һөнәр үҙләштерергә бурыслы. Ир аҡыл менән дә, ҡулы менән дә нимә булһа ла эшләй белергә тейеш. Ул ваҡытта кеше эшһеҙ ҡалмай, ғаиләһен дә туйҙыра аласаҡ».
Бөгөн эшсе һөнәрен үҙләштереүселәргә ҡарағанда юғары белемле белгестәр күберәк. Шул уҡ ваҡытта инженер, ташсы, механик, электриктарҙың эш хаҡы ҡайһы бер офис хеҙмәткәрҙәренең килеменән күпкә юғары. Республиканың хеҙмәт баҙарында эшсе ҡулдар етмәй. Шуға күрә йәштәргә һөнәр һайлар алдынан уйланырға урын бар.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика