Эт - кешенең дуҫы

Эт - кешенең дуҫы 25.08.2014

Был билдәле  һүҙбәйләнеште Нефтекамала йәшәүсе Татьяна Ведерникова йыш ҡабатлай. Сөнки дүрт аяҡлы дуҫы уға ысын мәғәнәһендә ҙур ярҙамсы. Ҡалала теләгән ергә  барыу, юлды  хәүефһеҙ сыға алыу  мөмкинлектәре сикләнгән  ҡатын өсөн  икенсе тормош башлауға тиң.  

Татьяна Яковлевна өйрәтелгән эт һорап һуҡырҙар йәмғиәтенә бер йыл элек килгән. Әүҙем тормош алып барған ҡатынға ҡала буйлап йөрөргә ярҙам кәрәк була. Махсус өйрәтелгән этте алыу еңелдән түгел. Бының өсөн ул Нефтекамала медицина комиссияһы үтеп, Мәскәүҙә лекциялар тыңлаған һәм имтихан тапшырған.
Татьяна Ведерникова: «Морондоҡ кейҙерелмәгән ҙур этте күргәс, күптәрҙең ҡото оса. Мин уны маршрутҡа өйрәтеп алдым. Иң яҡын дуҫыма әйләнде. Кәрәккән ергә алып бара, алып ҡайта».
Дүрт аяҡлы дуҫы менән Татьяна Яковлевнаға ҡала буйлап йөрөү еңелләшкән. Шулай ҙа тәүге осорҙа ҡаршылыҡтар аша үтергә лә тура килгән. Уның маһмай менән инеүенә автобус кондукторҙары ризаһыҙлыҡ белдергән. Федераль закон буйынса, бындай эт ябай йорт хайуаны түгел, ә реабилитацияла ҡатнашыусы, шуға ул һәр ерҙә хужаһы менән йөрөргә хоҡуҡлы.
Жанна Запольских, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Нефтекама филиалы рәйесе: «Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең беҙҙәге филиалында 270 кеше иҫәптә тора. 2005 йылдан бирле инвалидтарға яраҡлаштырылған мөхит программаһы буйынса реабилитация бара. Инвалид шәхсән реабилитация картаһы тултыра. Эт алырға теләүсе белгестәр тикшереүен үткәндән һуң уның өйрәтелгән эт ярҙамына мохтажлығы күрһәтелә».
Рәсәйҙә бындай эттәрҙе өйрәтеүсе махсус мәктәптәр күп түгел. Уларҙың береһе - Мәскәү өлкәһендә. Кешеләр менән эшләргә башлыса лабрадор тоҡомло эттәр һайлап алына. Статистиканан күренеүенсә, йөҙ эттең егерме бише генә тейешле талаптарға өйрәнеп китә. Шуға инвалидтарға дүрт аяҡлы ярҙамсыны көтөп алыу оҙаҡҡа һуҙыла.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку