Эстонияла башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың 260 йыллығына арналған саралар башлана 10.07.2014

Программала Башҡортостан делегацияһы - республиканың Милли музейы вәкилдәре, артистар һәм спортсылар ҙа ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, һөргөнгә ебәрелгән батырҙың сирек быуат ғүмере Балтик диңгеҙе буйында үтә. 1997 йылда Салауаттың һуңғы төйәге Палдискиҙа батыр иҫтәлегенә скульптор Тамара Нечаева эшләгән һәйкәл ҡуйылды.

Эстонияла йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Салауаттың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай һәм уның сираттағы юбилейын эстон телендә сыҡҡан «Салауат» китабы менән ҡаршы ала. Яңы китап менән таныштырыу байрам тантаналарында төп урын алып тора. Төп саралар 12 июлгә тәғәйенләнгән. Тантаналы ваҡиғаларҙан тыш, милли геройыбыҙҙың Палдискиҙағы йорт-музейын, батыр һәйкәленең тирә-яғын тәртипкә килтереү ҙә күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика