Эштә лә, ялда ла кеше ғүмере һәм хәүефһеҙлеге һағында

Эштә лә, ялда ла кеше ғүмере һәм хәүефһеҙлеге һағында 07.11.2014

10-сы ноябрҙә Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн баш ҡалала тантаналы йыйылыш үтте. Хеҙмәт алдынғыларына Республика Президенты Рөстәм Хәмитов дәүләт наградалары тапшырҙы. Енәйәттәрҙең 80 проценты эскән килеш башҡарыла, шуға күрә эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу, экстремизм, иҡтисади енәйәттәрҙе кисектереү мөһим тип билдәләне Президент. Шул уҡ ваҡытта быйыл 9 ай эсендә юлда 522 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был күрһәткестәрҙе кәметеү шарт.

8 айлыҡ сабый  Сергей Куклин ҡулдарында үҙен тыныс  тоя.  Өлкән лейтенант ғаиләнең иң ҡәҙерле ҡунағы. Юл-патруль хеҙмәте инспекторы 2011-се йылда яҙғы ташҡын ваҡытында бәләгә тарыған Бикмөхәмәтовтарҙы  бәләнән ҡотҡарған. Ғаилә ярҙарынан сыҡҡан Һикеяҙ йылғаһын машинала үтергә була, әммә автомобилде көслө ағым алып китә һәм электр бағанаһына терәй. 8 айлыҡ бала менән ғаилә һыу ҡамауында ҡала. Бәхеткә, уларҙы юл-патруль хеҙмәте инспекторы Сергей Куклин күреп ҡала. Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып полиция хеҙмәткәре уларҙы бер-бер артлы  ҡотҡара.
Һыу уртаһында ҡалған ғаиләне үтеп барыусы машиналар туҡтамай, бары тик фотоға төшөрөп уҙыуы аптыратҡан. Өлкән лейтенант  ярҙамға килмәгәндә, бәлә фажиғәгә әйләнеүе ихтимал ине тип иҫләй улар.
Ниндәй һөнәр эйәһе булмаһын, почтальонмы ул, полиция хеҙмәткәреме, әллә фән өлкәһе белгесеме, һәр кешенең күңелендә ҡыйыулыҡ менән батырлыҡҡа урын бар. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бүләкләү тантанаһына кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар, фиҙаҡәр хеҙмәте менән башҡаларға өлгө булып тороусылар саҡырылды. Бүләкләү тантанаһында ике тиҫтәнән ашыу кешегә дәүләт наградалары тапшырылды.
Отпускта булыуына ҡарамай кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн өлкән лейтенант «Үлемдән ҡотҡарғаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ошондай хеҙмәткәрҙәр полиция хеҙмәтенең абруйын күтәрә, тип билдәләне Президент. Статистика күрһәткестәренә ярашлы, һуңғы йылда төбәктә енәйәт кимәле күрһәткестәре түбәнәйгән.  Кешеләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына ышанысы артҡан. Шуға ҡарамаҫтан хәл итәһе мәсьәләләр әлегә байтаҡ.
Тантана һуңында тармаҡ алдынғылары ла тәбрикләнде. Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙы байрамға килеүселәр бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ә өлкән лейтенант Сергей Куклин ғаиләһенә ашыҡты. Сөнки уны өйҙә түҙемһеҙлек менән яҡындары, үҙе ҡотҡарған сабый йәшендәге балаһы көтә.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика