Эш урынында йәрәхәтләгән граждандарға машина асҡыстары тапшырылды

Эш урынында йәрәхәтләгән граждандарға машина асҡыстары тапшырылды 06.08.2014

Бөгөн Рәсәйҙең социаль страховакалау фондының Башҡортостан буйынса  бүлексәһендә  эш урынында йәрәхәтләгән граждандарға машина асҡыстары тапшырылды. Үткән йылдарҙа был төркөмгә ҡараған кешеләргә «Ока»лар бүленһә, хәҙер «Лада Гранта» автомобилдәре бирелә. Бөгөн бөтәһе 12 кеше махсус йыһазландырылған транспорт хужаһы булды, тағы 20 «Гранта» хужаһын көтә. Программа буйынса 2001-се йылдан 855 автомобиль тапшырылған, улар бөтәһе лә инвалидтар өсөн яраҡлаштырылған.

Яңы автомобиленә ултырыу өсөн Таһирға байтаҡ  көс түгергә тура килә. 1-се төркөм инвалиды, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә күнеккән. Салонға инеп ултырғас, ҡаҡшамаҫ рухлы замандашыбыҙ автомобилен ҡабыҙып ҡарай.
Ун йыл самаһы элек, механизатор булып эшләгән ваҡытында Таһир  тракторҙан йығылып аяҡтарынан яҙа. Операция, артабан оҙайлы реабилитация осоро  уға хәрәкәт итеү мөмкинлеген  кире ҡайтармай. Хәҙер уның бар теләге, юлда бәләгә осрамау.
Бөтә автомобилдәр ҙә хеҙмәт урынында йәрәхәт алған кешеләргә, социаль страховкалау фонды тарафынан бирелде. Уларҙың күпселеге аяҡ-ҡулдан яҙғанға күрә машиналар махсус ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Автомобиль алыусылар араһында махсус транспортын икенсегә, өсөнсөгә алмаштырыусылар ҙа бар. 125-се федераль закон буйынса, эш урынында йәрәхәт алған һәм медик-социаль экспертиза  тарафынан махсус транспорт сараһына мохтаж тип танылған һәр кем тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Автомобиль бирелгән осраҡта ул 7 йыл һайын яңыртылып тора.
Социаль страховкалау фонды тарафынан махсус автомобиль хужаһының транспортын хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡаплау ҙа ҡаралған. Атап әйткәндә был яғыулыҡ һәм ремонтҡа ҡағыла. Бынан тыш, эш урынында йәрәхәт алған хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау программаһы ла эшләп килә, уның буйынса бөгөнгә санаторийҙарҙа 1200-ҙән ашыу кеше дауалау үткән.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку