Эш буласаҡ

Эш буласаҡ 14.02.2015

Бөгөн ВДНХ ЭКСПО күргәҙмәләр залында вакансиялар йәрминкәһе үтте. Бында йәйгә табан эш башлаясаҡ «Кроношпан» компанияһы хеҙмәткәрҙәр йыя. Ойошмаға водителдар, механиктар, операторҙар, лаборанттар, бухгалтерҙар, маркетологтар һәм башҡа һөнәр эйәләре талап ителә, бөтәһе 250 вакансия.

Күргәҙмә залы халыҡ менән шығырым тулы. Эш эҙләүселәрҙән анкеталар ҡабул итеү сәғәт 11-ҙә башланһа ла, күптәр иртәрәк килгән. Бөтәһен дә халыҡ-ара компанияға эшкә урынлашыу тәртибе ҡыҙыҡһындыра. Күпселекте әлбиттә, эшсе һөнәрҙәр тәшкил итә. Мәҫәлән, Рәйлә Бүләкбаева кран операторы, пенсия йәше етеп килһә лә, ҡатын хеҙмәт юлын дауам итергә теләй.
Яҡшы күрһәткестәргә тик юғары квалификациялы кадрҙар ярҙамында ғына өлгәшеп була. «Кроношпан» компанияһы ла  һөнәр оҫталарын эҙләй. Тәү сиратта тейешле белеме, тәжрибәһе булғандарға иғтибар бирелә. Вакансия йәрминкәһенә килеүселәр араһында ағас эшкәртеүҙе, урман хужалығын яҡшы белеүселәр  күп.  
Ағастан төрлө материалдар етештереүсе предприятие 30-ҙан ашыу вакансия тәҡдим итә. Улар араһында етештереү цехы, ағас ҡабул итеү һәм тауар һатыу бүлеге, склад хеҙмәткәрҙәре, административ персонал һәм башҡалар бар. Һайлау этабын үткән кандидаттар өсөн өйрәтеү курстары ла ҡаралған.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку