Эш бар, аҡса юҡ 11.01.2016

Себерҙә   Башҡортостан егеттәренә хеҙмәт хаҡы түләнмәгәндәр. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм егеттәр   Надым ҡалаһына вахта ысулы менән эшкә урынлаша. Ике ай буйы улар ҙур ойошмаларҙың береһендә торбаларҙы изоляциялай. Әммә бының өсөн  предприятие  бер тин дә түләмәй.

140 мең эш хаҡы түләргә тейештәр ҙә,  тик бер тин дә алманыҡ, ти Айрат Булатов. Егет  Надым ҡалаһындағы предприятиела вахта ысулы менән эшләгән. Ойошманың хеҙмәт хаҡын түләүҙә ҡытыршылыҡтары тәүҙә үк һиҙелде, ти ул.  
Себерҙәге  ойошмаға бушҡа көс түгеп ҡайтыусы бер Айрат ҡына түгел. Юрий менән  Петр ҙа  үткән йылдың йәй айҙарында оҙон аҡса юллап китә. Ике ай алһыҙ-ялһыҙ эшләп ҡайтыуҙың бер файҙаһы ла булмаған.
Егеттәр менән  хеҙмәт килешеүе төҙөлгән. Эш биреүсе унда вәғәҙә иткән аҡсаның  40 процентын ғына күрһәткән.      
Юрий Тимофеев: «Ҡырҡ проценты документтарҙа күрһәтелһә,  алтмышын конвертта бирергә тейештәр ине. Тик  әлегә тиклем бер тинен дә түләмәнеләр. Беҙ көн һайын шылтыратабыҙ. Иртәгә аҡса күсерәбеҙ тип  ышындырыуҙан уҙмайҙар.Телефон һөйләшеүенә әллә күпме-аҡса бөттө. Был эштең килеменән бигерәк сығымы күп булды».
Халыҡты бушҡа эшләтеүсе ойошманың төп офисы Сант-Петербургта урынлашҡан. Егеттәр әйтеүенсә,  хеҙмәт хаҡы ала алмағандар һаны мең ярымдан ашып киткән. Интернет биттәрендә лә трест тик насар яҡтан ҡылыҡһырлана.  Әлбиттә, һыуыҡ Себер тарафтарына көслө заттар рәхәт тормоштан сығып китмәй. Ипотека, кредит, ғаиләне туйҙырыу ситтә йөрөп  аҡса табырға мәжбүр итә.  Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  республикабыҙҙа  ла эш хаҡын ваҡытында түләмәү осраҡтары уҙған йылда  ғына  өс тапҡырға артҡан!
Роза Кузьменко, Башҡортостан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре:  «Башҡортостанстат  мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2015 йылдың 1 декабренә республикала биш предприятиеның  840 кешегә 44 миллион ярым һум бурысы йыйылған. Уҙған йылдың 1 ғинуарында был һан 3 миллиондан ашыу ғына ине».
«Йығылырымды белһәм, мендәр түшәп ҡуйыр инеем», тигән Хужа Насретдин. Эшкә урынлашҡанда бер кем дә алдарҙар тип уйламай. Тик шулай ҙа белгестәр хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә конверттағы аҡсаға риза булып бушҡа өмөтләнмәҫкә кәңәш итә. Бигерәк тә был  осраҡта, ҙур ойошма эшселәрҙе күпләп йәлеп итә, ваҡытлыса ғына урынлашып улар килеп-китеп   тора, башҡалары шул уҡ ҡармаҡҡа эләгә.  Предприятиеның Башҡортостанда булмауы эште тағы ла ҡатмарлаштыра. Ғәҙеллек юллау өсөн сит ҡалаға йөрөргә тура киләсәк. Стәрлетамаҡ егеттәре судҡа, прокуратураға мөрәжәғәт итергә уйлай. Тейешле органдарға улар ғариза яҙған да инде. Тик шулай ҙа бирәсәкте   закон ярҙамында түләткән хәлдә лә, ойошма уларға 140 мең түгел, ә килешеүҙә күрһәтелгәнен генә ҡайтарырға бурыслы, йәғни, утыҙ дүрт мең һум . Ә ул тиклемен генә егеттәр тыуған ҡалаларында ла эшләп таба алыр ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика