Эш артынан ҡоллоҡҡа эләгеү

Эш артынан ҡоллоҡҡа эләгеү 11.06.2017

Былтыр республиканан 140 мең тирәһе кеше сит өлкәләргә киткән. Ҡайһы бер райондарҙа халыҡ һаны 22 процентҡа тиклем кәмегән. Әгәр шулай дауам итһә, был муниципалитеттар биш йыл эсендә генә бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Республикала миграция  башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға юғарыраҡ.  Айырыуса, ауыл хужалығы эшсе көстәрен йылдам юғалта. Ситкә китеү сәбәбе аҡсаһыҙлыҡ һәм эш юҡлығы. Ә бит күпме халыҡ вахта ысулы менән эшләй.

Ярты ғүмерҙәрен тыуған еренән  ситтә, һалҡын себерҙә бил бөгөп үткәргән ир-егеттәр әҙме ни? Ғаиләһен туйындырыу өсөн ниндәй ҙә булһа эшкә егелергә әҙерҙәр. Күп осраҡта фәлән ерҙә алтын бар, тип саҡыралар ҙа, барһаң баҡыры ла булмай сыға. Алданып ҡайтырға ла аҡсаһы булмай ятҡандары ла бар. Ул ғына ла түгел, ҡоллоҡҡа эләгеп... Ниндәй ҡоллоҡ, урамда егерме беренсе быуат тиерһегеҙ? Бар икән шул хеҙмәт тотҡононда булғандар. Был аҙнала  Ишбулды ауылына ярты йыл самаһы элек юғалған Шамил Боҫҡоновты алып ҡайттылар. Егет эш эҙләп сығып китеп ҡоллоҡҡа  эләккән. Яҡташтары уны Дағстандан барып алды.
Ишбулды ауылында йәшәүсе Кинйәбикә Боҫҡонованың бер нисә көн элек кенә айҙар буйына юғалып йөрөгән улы өйөнә ҡайтҡан. Шамилдың табылыуы тураһында хәбәр йәшен тиҙлегендәй бөтә Әбйәлилгә таралды. Эшкә тип ғинуар уртаһында Мәскәүгә юлланыусы байҙаҡ егет һуңғы тапҡыр ата-әсәһе менән 7 февралдә һөйләшә. Шул ваҡыттан алып уның менән бәйләнеш тулыһынса өҙөлә.  

Эшкә китеүсе яҡташыбыҙ илдең баш ҡалаһындағы Ҡазан вокзалында юғала. Бөгөн Мәскәүҙең тимер юлы станцияларын хеҙмәт биржалары тип атаһаң бер ҙә хата булмаҫ. Сөнки бындай урындарҙа төрлө тарафтарҙан килеүсе эшсе ҡулдар менән асыҡтан-асыҡ һатыу итәләр. Шамил менән дә шунда уҡ хәл килеп сыға, ул үҙе лә аңғармаҫтан ошондай намыҫһыҙ кешеләрҙең ауына эләгә.

Шулай итеп яҡташыбыҙ меңдәрсә километр алыҫлыҡтағы заводҡа барып эләгә. Предприятиела Шамил кеүек ҡоллоҡҡа дусар ителгән тиҫтәләрсә кеше бил бөгә. Замандашыбыҙ әйтеүенсә, бындай урындарҙан ҡасыу мөмкин түгел. Ҡасҡан хәлдә лә улар барыбер ҡулға алына. Ул саҡта инде хеҙмәткәргә ҡарата тағы ла етдиерәк саралар күрелә.    

Ҡоллоҡҡа эләгеүсе осраҡлы рәүештә генә табыла. Урындағы участковый рейд барышында Шамилды осратып, уның Рәсәй буйынса туғандары тарафынан эҙләнеүен белеп ҡала. Ул шунда уҡ был турала Әбйәлилгә шылтыратып хәбәр итә. Көслө егеттәрҙәр торған бер төркөм оҙаҡ уйлап тормай Дағстанға юл тота. Алдан билдәле булған адрес буйынса уларға Шамил эшләгән заводты табыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Дағстанда кирбес сығарыусы ошондай 600 самаһы завод иҫәпләнә. Уларҙың һәр икенсеһендә тиерлек 50-гә яҡын бушлай эшсе көстәр ҡулланыла. Шулай булғас әлеге ваҡытта күпме кешенең ҡоллоҡта булыуын  төҫмөрләргә генә ҡала.  

Әлбиттә, бындай хәлдәр юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Уның нигеҙендә тәү сиратта бар ауылдарға ла хас булған эшһеҙлек мәсьәләһе ята. Бөгөн республикала йәшәүсе күп кенә ир-егеттәр аҡса эшләйем тип сит тарафтарға  китергә мәжбүр. Әммә уларҙың береһенә лә беҙҙең герой кеүек ауырлыҡтарға тарырға яҙмаһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика