Ереңде миңә һат, аҡсаһы көтөп торор 09.12.2014

Иглин районында участкаларға бәйле сираттағы низағ ҡупты. Үренде ауылында йәшәүсе  йүнселдәрҙең береһе күрше-тирәләге пай ерҙәрҙе һатып ала башлай. Участкалар өсөн ул үтә лә яҡшы хаҡ тәҡдим иткән. Һөҙөмтәлә, 50-гә яҡын кеше уның менән килешеү төҙөй. Тик йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бер кем дә вәғәҙә ителгән аҡсаны ҡулына алмаған. Өҫтәүенә, еңел байырға теләүселәргә, килемдән һалым түләргә тигән ҡағыҙҙар килә башлаған. Хәҙер урындағы халыҡ тағы 60 мең һум аҡсаны ҡайҙан алырға тип баш вата.

Үренделә йәшәүселәр, урамда осрашҡанда, тик ауылдаштары Сәғит Ҡадиров тураһында һүҙ алып бара. Ир 2013 йылдың апрелендә ошо һәм күрше ауылдар эргәһендәге пай ерҙәрҙе һатып ала башлай. Тик аҡсаны ғына бирергә ашыҡмай. Көтөп арығас, ҡайһы берәүҙәр прокуратураға мөрәжәғәт итергә була.
Сәғит Ҡадиров ерҙәрҙе алыу буйынса эш башлағас, Аҡбирҙе ауыл хакимиәте башлығы халыҡты был аҙымға бармаҫҡа өндәй. Күптәр ҡул һелтәп ҡарай, ләкин 18 кеше килешеүҙәрен тарҡатырға була.
Кешеләр ҡулына вәғәҙә ителгән аҡсаны алмаһа ла, килешеү теркәү палатаһы аша үткән. Рәсми ҡағыҙҙарға ярашлы, пайҙарын һатыусылар миллион ярым һум килем алған. Тимәк, хәҙер улар был сумманан һалым түләргә тейеш. Халыҡ һалым түләргә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт ҡағыҙҙары ала башлай. Тик күптәренең 60 меңдән ашыу һалым түләргә хәленән килмәй.
Тағы шуныһы бар, әгәр ҙә халыҡ ерен 900 мең һумдан кәмерәккә һатһа,  һалым түләү талап ителмәҫ ине. Тик ҙур күләмдәге аҡса вәғәҙә ителгән саҡта кем һалым тураһында иҫләп торһон...
Ҡола ялан уртаһындағы ошо пай ерҙәре миллион ярым һум тора аламы? Урындағы хакимиәт ҡәтғи рәүештә юҡ тип яуап ҡайтара. Тик еңел аҡса эшләү мөмкинлеге халыҡтың аңын бөтөнләй томалаған, күрәһең. 49 кеше, пайҙарын һатып, аҡсаһын бер йылдан ашыу ала алмай. Тик быға ҡарамаҫтан, улар араһында ерҙәрҙе алыусы Сәғит Ҡадировты яҡлаусылар ҙа бар.
Сәғит Ҡадиров үҙе  мәсьәләгә арналған осрашыуға килмәне. Уның менән телефон аша ла бәйләнешкә инеп булманы. Тимәк, аҡса ҡасан булыр тигән һорау әлегә асыҡ ҡала.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика