Ер  шарында миллиардтан ашыу инвалид иҫәпләнә 30.11.2015

Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгәндәр  ер йөҙөндә йәшәүселәрҙең ун биш процентын тәшкил итә. Халыҡ-ара инвалидтар көнө 1992 йылдан билдәләнә.

Андрей Круглик башҡалабыҙ Өфөнөң 7-cе мәктәбендә инклюзив белем ала. Тырыш, һәләтле егет үтә лә ныҡышмал була. Дөйөм белем биреү мәктәбен ул тик бишле билдәләренә генә өлгәшеп, алтын миҙалға  тамамлай. Әлеге ваҡытта Андрей Круглик Өфө дәүләт авиация техник университетының беренсе курсы студенты.
Юлиә Вәлиәхмәтова, Андрей Кругликтың кураторы, иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы доценты: «Андрей Круглик бик тырыш студент.Башҡа иптәштәренә ҡарағанда ауырыраҡ һөйләшеп ,әкренерәк яҙһа ла, өйҙә үҙ аллы күп шөғөлләнә .Уҡыу буйынса ул һәр ваҡыт юғары баһа ала. Зачеттарҙы ла курсташтарынан алда тапшырып бара. Беҙ уның тырышлығына һәм белемгә ынтылыуына һоҡланабыҙ».
Уҡытыусыһы информатика буйынса Андрейҙың белемен ун биш балл менән баһалаған. Тормошонда физик ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар күп булыуына ҡарамай, егет рухи яҡтан  көслө һәм киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҙа билдәләгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика