Ер менән күк араһындағы тормош 27.11.2015

Баш ҡаланың Өфө шоссеһы урамында 4-се һанлы йорт авария хәлендә тип танылһа ла, фатир хужалары ғүмерҙәрен ҡыл өҫтөнә ҡуйып, бында йәшәүен дауам итә. «Ҡырҡ йыл элек төҙөлгән торлаҡ яҡын арала емерелеүе ихтимал»,- ти белгестәр. Өфө ҡала хакимиәте  мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ғәҙәттән тыш торлаҡ фондынан ваҡытлыса йәшәү урындары бүлә, тик ике йөҙгә яҡын кеше тәҡдимде ҡабул итмәгән.

Түбә менән стеналарҙан бер туҡтауһыҙ штукатур ҡойола, ә сатнаған урындарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Йәшәү урынын яҡшыртам тип, Энжелина Латипова ғаиләһе менән тормошон тамуҡҡа әйләндерә. Ипотекаға һатып алынған ике бүлмәле фатир өсөн айлыҡ түләүҙәр тағы ла егерме йылға алдан иҫәпләнгән, тик улар йәшәгән торлаҡ ҡына яңыраҡ йәшәүгә яраҡһыҙ тип таныла.
Йорттоң төҙөлөш конструкцияһы ышаныс тыуҙырмағас, Латиповтар балаларын бында йәшәтмәй. Улар әлегә олатаһы менән өләсәһе янында, бәләкәстәрҙең ғүмерҙәренә хәүеф янамай. Әйткәндәй, Өфө шоссеһы урамы, 4-се һанлы йорттоң барлыҡ фатиҙарында ла ошондай уҡ күңелһеҙ күренеш күҙәтелә. Бар бәлә торлаҡ нигеҙенең ултырыуында. Ул ергә норманан яҡынса  ун тапҡырға тәрәнерәк һеңгән.
Ҙур ярыҡтарҙы ямап ҡуйыуҙан фәтеүә юҡ. Авария хәлендәге торлаҡта яңы инженер-геологик тикшеренеүҙәр үткәрелһен өсөн ике йөҙгә яҡын кеше тиҙ арала икенсе урынға күсенергә тейеш. Уның һөҙөмтәһендә - йортто йә һүтеү, йә булмаһа ҡаҡшаған нигеҙҙы нығытыу ҡараласаҡ.
Лифттан юғары ҡатҡа өҫкә күтәрелеү генә түгел, сатнай башлаған баҫҡыстан йөрөү ҙә хәүеф тыуҙыра.
Фатирға эләгеү өсөн дә ҙур көс талап ителә. Емерелә башлаған торлаҡта ишектәр ябылһа ине, еңел генә асылмай. Фажиғә була ҡалһа, йорттан тиҙ генә сығып өлгөрмәҫкә лә мөмкин.
«Күңелһеҙ осраҡты булдырмаҫ өсөн, был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк», - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары фатир хужалары менән осрашыуында. Әйткәндәй, был торлаҡтың ике подъезы ғына йәшәүгә яраҡһыҙ тип танылған. Ҡалған ике подъезд хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ.
« Ер булһа, фатир менән бөгөндән үк тәьмин итергә әҙербеҙ»,- тигән теләк белдерҙе осрашыуға килгән төҙөлөш компанияһы вәкиле. Тик ҡала хакимиәте быға риза булырмы икән?!
Был изге эш тормошҡа ашырмы-юҡмы - әлегә билдәһеҙ. Шуныһы асыҡ - фатир хужаларында киләсәккә өмөт барлыҡҡа килде. Омскиҙа казарма емерелгәндә һәләк булған һалдаттарҙың яҙмышы тағы ла ҡабатланмаҫ тип ышана улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика