Ер хаҡы

Ер хаҡы 11.09.2014

Заманыбыҙҙа, бигерәк тә Өфөнөң үҙәк өлөшөндә, уның ифрат та ҡиммәт булыуы билдәле. Йыш ҡына был урындарҙы иҫке ағас барактар биләй. Уларҙы һүтеү - көн талабы. Ҙур мегаполистар иҫәбенә ингән  баш ҡалала был эш әүҙем башҡарыла, йыш ҡына хатта иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙең законлы мәнфәғәттәренә лә күҙ йомалар. Мәҫәлән, әле Пирогов урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр бөтөнләй урамда тороп ҡалған.

Өфөләге Пирогов урамында һәр кем Булатов фамилияһы менән яҡшы таныш. Ул - иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙең фатирҙарын арзанға алыусы. Мәҫәлән, был йортта ике фатир алынғандан һуң, унда  йәшәүселәргә тыныс тормошто оноторға тура килгән.
Пирогов урамың күпселек өлөшө ағас йорттарҙан тора. Ергә күҙ һалған замандашыбыҙ 15 милексеһе булған барактан баш тартып, 5 хужаһы ғына теркәлгән ағас йортто алырға теләй. Боронғо биналағы ике фатирҙы һатып алғас та, ҡеүәтле техника менән эш башлай.
Фатир хужалары әйтеүенсә, йортто емереү бер нисә этаптан торған. Башта һатып алыусылар инде үҙҙәренең милке булған фатирҙы һүтә, ул икенсе ҡатта урынлашҡанға күрә бөтә йорт электр һәм газһыҙ, шулай уҡ ҡыйыҡһыҙ ҙа тороп ҡала. Был шарттарҙа йәшәй алмаған кешеләр ҡайҙа етте шунда күсеп бөтә. Ә инде бер кем дә һаҡлап тормаған йортто емереүе бер ни тормай, күрәһең.
Бында йәшәүсе халыҡтың күҙ төбәп торған торлағынан әле харабалар ғына ҡалған. Рөхсәтһеҙ-ниһеҙ йортто емереп ташлау фатир хужаларының башына һыймай. Бындай баш-баштаҡлыҡты күргән юҡ ине әле, ти улар. Биҫтәлә йәшәүсе башҡа халыҡ иһә ут сығыуҙан ҡурҡа. Төҙөлөш тураһында һүҙ сыҡҡас та, нишләптер  был тирәлә янғын сығыу  ғәҙәти күренешкә әйләнгән.
Валентина Дмитриева, Пирогов урамында йәшәүсе: «Беҙҙең күршелә йәшәүсе Светлананың фатирын ике тапҡыр яндырҙылар. Беренсеһендә килеп сыҡманы, экспертиза саҡырҙыҡ, улар үртәү булғанын дәлилләне, икенсе тапҡыр иһә фатир янып китте, унда ла тикшереү үртәү булғанын асыҡланы, шешә, сепрәктәр табылды».
Йорттарын һаҡлап ҡала алмаған кешеләр ғәҙеллек юллап судҡа мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ белгестәре был осраҡты һис шикһеҙ закон боҙоу тип баһалай.
Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында беҙ  Дамир Булатов менән дә бәйләнешкә сыҡтыҡ, ләкин ул аңлатма биререүҙән баш тартты.
Был хәлгә суд залында асыҡлыҡ индерелер тигән ышаныс бар. Урындағы халыҡ, табыш артынан ҡыуып, кешелеген юғалтыусылар ҡулына бер ус тупраҡты лә бирергә теләмәй, тип билдәләй Пирогов урамында йәшәүселәр.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика