Ер алыуға биш йыллыҡ сират

Ер алыуға биш йыллыҡ сират 16.03.2016

Ишембай районы Петровское ауылында йәшәүсе күп балалы Лапшовтар ғаиләһе уңайһыҙ шарттарҙа - иҫке ағас йортта йәшәргә мәжбүр, яңы өй төҙөрҙәр  ине лә бит - ер юҡ.

«Яуым-төшөм булғанда йорт эсендә йөрөрлөк түгел»,-тип хафалана Наталья Лапшова. Пластик һауыттар түбәнән тамсылап аҡҡан һыуҙы йыйыу өсөн ҡулайлаштырылған. Күп балалы ғаилә был иҫке ағас өйҙә көн күреүҙән ялҡҡан, ремонт эшләргә генә баҙнат итмәйҙәр. Сөнки барыһы ла бушҡа булыуы ихтимал. Ташҡын булғанда, баҙҙа һыу йыйылып йонсотһа, көслө дымлылыҡ арҡаһында иҙән-стеналар ҡуба, обойҙар тиҙ эшлектән сыға.  
Наталья Лапшова, Петровское ауылында йәшәүсе: «2010 йылдан алып беҙ бушлай ер алыуға сиратта торабыҙ. Хыялыбыҙ  яңы өй төҙөү. Тик беҙгә урындағы хакимиәт участка бирергә  ашыҡмай. Ҡәйнәмдең  бәләкәй йортонда балалар менән йәшәү ҙә уңайһыҙ, йәш саҡта дәүләттән ярҙам булғанда үҙ мөйөшөбөҙгә нигеҙ һалып өлгөрөргә ине лә бит».
Әлегә Настя ҡустыһы менән алмашлап ошо бәләкәй бүлмәлә дәрестәрен әҙерләргә мәжбүр. Ҡараңғы, тығын. Шулай ҙа балалар уҡыуҙа һынатмаҫҡа тырыша.                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                        
Анастасия Лапшова, Петровское ауылында йәшәүсе: «Үҙ йортобоҙ, һәр беребеҙҙең айырым бүлмәһе булһын ине. Сөнки бында йәшәүе ҡурҡыныс: түбә ишелергә тора, өҫтән гел һыу  тама».
Хужабикә Наталья Лапшова иркен аш-һыу бүлмәһе хаҡында хыяллана. Әле ул балалар ҡарау менән мәшғүл, ҡош-ҡорт үрсетә.  Әйткәндәй, был иҫке өйгә барлыҡ коммуникациялар ҙа үткәрелгән, шулай ҙа бындағы тормош маҡтанырлыҡ түгел.  
Йортто төҙөкләндереүҙең бер ниндәй фәтеүәһе лә юҡ",- ти Лапшовтар. Бының өсөн күп сығымдар талап ителәсәк. Ағас өйҙөң нигеҙе күптән яртылаш ергә ҺЕҢГӘН, стеналары бына-бына ауып барған кеүек. Етмәһә, ғаиләнең был ергә милек хоҡуғы ла юҡ.
Александр Лапшов тыуған ауылында механизатор булып эшләй, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. «Баҫыуҙағы иң ҡыҙыу мәлдәр етеп килә»,-ти ул. Шулай ҙа ер бушлай бүленһә, нисек тә булһа, өйҙөң нигеҙен быйыл һалырға ниәтләй.
Алесандр Лапшов, Петровское ауылында йәшәүсе: «Ер участкаһы булған йәш ғаиләғә йорт төҙөлөшөнә дәүләттән  матди ярҙам күрһәтелә лә бит. Ҡул эшенә лә оҫтамын. Мунсаны яңыраҡ күтәрҙем. Ере генә булһын».
Петровское ауылында льгота буйынса ергә сиратта ике йөҙҙән ашыу ғаилә тора. Лапшовтар ғаиләһе ун һигеҙенсе тип һанала. Урындағы хакимиәттән әйтеүҙәренсә, быға тиклем ауылдың биләмәһен киңәйтеү буйынса генераль план өҫтөндә эшләгәндәр.
Ольга Морозова, Петровское ауылы хакимиәте башлығы: «Әлегә генераль план Хөкүмәттә раҫлауҙа ята. Карта төҙөлгәс, межалауға ҡуябыҙ, кадастр номерҙарын беркетәбеҙ, унан һуң ғына ерҙе бүлә башлайбыҙ. Яҡынса икенсе кварталда эш йәнләнер тип уйлайбыҙ».
Лапшовтар ғаиләһе өсөн был ҡыуаныслы яңылыҡ, әлбиттә. Яңы ерҙә яңы тормош башларға хыяллана улар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку