Ер аҫты юлдарындағы хәүефһеҙлек йәки фажиғәгә тарымаҫ өсөн юл ҡағиҙәләренә иғтибарлы бул!

Ер аҫты юлдарындағы хәүефһеҙлек йәки фажиғәгә тарымаҫ өсөн юл ҡағиҙәләренә иғтибарлы бул! 20.03.2015

Баш ҡалала тиҫтәнән ашыу ер аҫты үткәүеле иҫәпләнә. Уларҙан көнөнә меңәрләгән кеше йөрөй. Хәүефһеҙ үткәргестәрҙе төҙөү ҙур сығымдар талап итһә лә, Өфөлә улар етерлекме? Ни өсөн Салауат Юлаев проспекты башында урынлашҡан объект егерме йылдан ашыу ябыҡ тора.

Баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан ер аҫты үткәүеле аша студенттар үтергә иренмәй. Матросов  паркында юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар спорт һәм физик культура менән шөғөлләнә. Юлды йүгереп сыҡмаһындар өсөн уларға инструктаж да үткәрелгән.
Ысынлап та, тура юлды һайлап, юғары тиҙлектә барған автомобилдәр араһынан үтеүҙе хуп күргән йәйәүлеләр бында етерлек. Ун биш минут эсендә генә юл ҡағиҙәһен дүрт кеше боҙҙо. Ә бит күңелһеҙ осраҡтар даими күҙәтелә.
Светофорға, үткәүелгә тиклем атларға иренгән халыҡ аҙым һайын  осрай. Көндөҙ барыһы ла күҙ алдында булһа, киске эңерҙә юл аша сығыуы аяныслы ла. Водитель йәйәүлене абайламай ҡалыуы ихтимал.
Бер нисә метр өҫтә асфальтта руль артындағылар кемуҙарҙан уҙышһа, үткәүелдә хәл тыныс. «Аграр университет» туҡталышында урынлашҡан объектта тәртип булһын өсөн хәҙер  киоскылар ҙа  эшләмәй. Күренеште стеналағы төрлө яҙыуҙар ғына боҙа.
Салауат Юлаев проспекты башында ла ер аҫты үткәүеле бар. Оҙонлоғо яҡынса йөҙ метр тирәһе. Тик уның аша халыҡ йөрөмәй. Объект туҡһанынсы йылдарҙа уҡ ябылған.
Әле унда инерлек түгел, тимер рәшәткә ҡуйылған, йоҙаҡ эленгән. Совет осоронда төҙөлгән үткәүел ни өсөндөр халыҡ араһында популярлыҡ яуламай. Оло быуын вәкилдәре уның аша йөрөү  хәүефле ине тип хәтерләй.
Һуңғы егерме йылда Өфөлә автомобилдәр күбәйҙе, юлдар ҙа киңәйҙе. Урындағы халыҡ фекеренсә, бөгөн ҙур мегаполиста ябыҡ ер аҫты үткәүеленә мохтажлыҡ бар.
Әлбиттә, ҡала ситендә урынлашҡан ер аҫты үткәүелен асырға була. Тик 90-сы йылдар тағы ла ҡабатланмаҫмы?! Ҡайһы берәүҙәр видеокүҙәтеү, полиция ҡарамағы аҫтында эшләһен ине тигән теләктә. Был да бит өҫтәмә сығымдар талап итә.  
Хәүефһеҙ үткәргестәр машиналар урамдарҙа шәберәк, туҡталышһыҙ барһын өсөн төҙөлә. Әлегә муниципалитет ҡарамағында ун өс ер аҫты үткәүеле иҫәпләнә. Кем белә, бәлки, яҡын киләсәктә тағы бер объект асылыр.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку