Ер аҫты үткәүелдәренә вандалдар һөжүм итә

Ер аҫты үткәүелдәренә вандалдар һөжүм итә 26.09.2015

Үҙәк баҙар,  Башҡорт дәүләт  аграр университеты, «Өфө универмагы» һәм «Спорт» туҡталышындағы ер аҫты үткәүелдәрендә күптән түгел төҙөкләндереү эштәре тамамланды. Ремонт бөтөр-бөтмәҫ ҡоролмаларҙың стеналарында йәнә мәғәнәһеҙ яҙыуҙар һәм ҡотһоҙ һүрәттәр хасил булды. Ҡайһы бер урындарҙа  яҡтыртыу фонарҙары ла ярылған. Бигерәк тә «Спорт» туҡталышындағы йәйәүлеләр тоннеле  хулигандарҙан ныҡ зыян күргән.

Эдуард Сатыев: «Мин был үткәүел аша көн һайын үтәм. Утты эшләүҙәре бер көнгә етте. Фонарҙарҙы ярҙылар. Хәҙер ҡараңғы, үтеүе ҡурҡыныс».
Өфөлә барлығы 14 ер аҫты үткәүеле иҫәпләнә, уларҙың 12-һе муниципаль милектә. Уларҙы тәртиптә тотоу өсөн тиҫтәләп кеше көс һала. Объекттың йыл һайын тиерлек стеналары ремонтлана, асфальт ҡатламы алмаштырыла.
Ринат Лотфрахманов, Өфөнөң коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары:  «Яңынан косметик ремонт эшләргә тура килде, күп ҡалманы, тиҙҙән үткәүелдәрҙән иркенләп үтергә мөмкин буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку