Ер аҫты серҙәре 22.08.2016

Миәкә районында археологтар бронза дәүере ҡәберлектәрен тапҡан. Ике ҡурған да Шатмантамаҡ ауылы эргәһендәге баҫыуҙа урынлашҡан. Ике-өс мең йыл буйы һөрөнтө ерҙә ятҡан ҡалдыҡтарҙы тракторҙар тапаған, һабандар тырнаған. Шуға ҡарамаҫтан, һөлдәләрҙең күбеһе яҡшы һаҡланған. Археологтар улар ярҙамында Урал буйында йәшәгән халыҡтарҙың тарихын тағы ла ентекләберәк өйрәнергә иҫәп тота.

Бумаланың һәр хәрәкәте археологтар өсөн быуаттар төпкөлөнә юл аса. Ҡатлам-ҡатлам ер ҡаҙып, улар яңынан-яңы артефакттар таба. Был ҡурғанда мәҫәлән, арыуыҡ кеше һөйәктәре. Һөлдәләр үҙ-ара буталып та бөткән, бында ятҡан кешеләр яҡынса беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл элек йәшәгән ти белгестәр. Бындай ҡәберлектәр Миәкә ерендә тиҫтәнән ашыу.
Шатмантамаҡ эргәһендәге был ҡурған күптән билдәле булған. Уның тураһында 19-сы быуатта Игнатьев яҙған. Ҡәберлектәр тураһында мәғлүмәттәр 2002 йылда, Башҡортостандың археология һәйкәлдәрен тикшереү барышында ла иҫбатланған. Бынан тыш, халыҡта ла был урын изге тип һаналған, ҡурғандар һаны буйынса уны «Өс түбә» тип йөрөткәндәр. Диаметры 12 метр тәшкил иткән иң бәләкәй ҡәберлектә археологтар биш кешенең һөйәктәрен тапҡан. Ә бына иң ҙур Ҡурғанда һөлдәләрҙән тыш башҡа ҡыҙыҡлы атрибуттар булған.
Көршәк мәрхүм сәйәхәте барышында сарсамаһын тип һалынған тип аңлата археологтар. Тик был әле фараз ғына. Табылған кеше ҡалдыҡтары ер аҫтында күпме йыл ятҡанын, уларҙың нимә менән туҡланғанын, бәлки ниндәй телдә һөйләшкәнен дә ентекле тикшереүҙәр күрһәтәсәк. Был мәғлүмәттәрҙе ҡаҙыу эштәрен алып барыусылар йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән дә ҡулланырға тырыша.
Әле Силәбе археологтары бер ай дауам иткән экспедицияһын тамамларға тора. Бер нисә көндән улар табылған әйберҙәре менән лабораторияларға күсәсәк. Беҙ ҡайтып киткәс урындағы халыҡ та еңел тын алып ҡалыр тип шаярта ғалимдар. Улар аңлатыуынса, ҡайһы берәүҙәр төбәккә килгән ямғырһыҙ көндәрҙе археологтарҙың эшмәкәрлеге менән бәйләй. Ләкин һөлдәләрҙе күтәрмәйсә, тарихты өйрәнеп булмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика